«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (12 август)



15.08.2016 Ә беҙҙең ауылда... (12 август)

Ә беҙҙең ауылда... (12 август)
Был аҙнала беҙ Бөрйән, Ғафури, Әбйәлил райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Гөлсиә ҠАҺАРМАНОВА, Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы:
– Беҙ, Ғәлиәкбәр ауылы студенттары, һәр каникулда ла ҡайтып, төрлө уйын, КВН һәм концерт кеүек саралар ойоштороп торабыҙ. Әле бына Буяуҙар байрамын үткәреп, сыр-сыу килдек. Буяуға ҡойондоҡ, һуңынан барыбыҙ ҙа бергәләп Нөгөштә һыу индек. Хәҙерге заманда, “теге-был саралар ойошторолһон, беҙ ҡатнашырбыҙ” тип, берәүҙән дә көтөп торорға түгел. Бына мин буяуҙарҙы үҙем Мәскәүҙән үк алып ҡайттым, йәштәрҙе, балаларҙы йыйҙым да, рәхәтләнеп күңел астыҡ. Бесән ваҡыты булғас, кемдер килә лә алмай ҡалды, шуға ла уҡыуҙар башланғанға тиклем был Холи байрамын тағы ла бер тапҡыр ҡабатлар­ға тип торабыҙ! Әүҙем һәм ҡыҙыҡлы йәшәйек, йәштәр!

Рәүилә ЛОҠМАНОВА, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы:
– Ошо көндәрҙә беҙҙең “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле коллективы Өфө районының Нөрлө ауылы эргәһендә урынлашҡан “Транснефть – Урал” акционерҙар берләшмәһендә үткән һөнәри конкурсты асыу тантанаһында ҡатнашты. Был сара Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелә һәм унда ҡатнашыу мөмкинлеге булғанға бик шатбыҙ. Төрлө төбәктән йыйылған нефть тармағы эшселәренә башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырып биҙәлгән тирмә, ауылыбыҙҙың уңған ҡуллы һөнәр эйәләренең ҡул эштәренән күргәҙмә тәҡдим иттек. Ҡунаҡтар оҫта Рабиға Йәрмиеваның күҙҙең яуын алырҙай балаҫтарына хайран ҡалды. Икенсе тирмәлә башҡорт милли ризыҡтарын, аш-һыуыбыҙҙы ауыҙ иттерҙек. Әлбиттә, йыр-моңһоҙ ҙа булмай – тирмә алдында уларҙы төрлө уйын ҡоралында уйнап, йырлап-бейеп ҡаршы алдыҡ.

Әминә ҒӘЛЕКӘЕВА, Әбйәлил районының Байым ауылы:
– Беҙҙең Тыныслыҡ урамында “Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар!” байрамы шаулап-гөрләп үтте. Ауылдашыбыҙ Зөһрә Бикҡужина ошо байрамды ойоштороу идеяһы менән бер нисә йыл элек үк янып йөрөй, әммә быйыл ғына уны тормошҡа ашырҙыҡ. 1970 йылда нигеҙ һалынған урамда 30 йорт була, 71 бала мәктәпкә уҡырға йөрөй. Ошо урамдан ғына 18 уҡытыусы ҡатын-ҡыҙ, 20 медицина хеҙмәткәре сыҡҡан. Ауылдың “Шатлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбленә, “Әхирәттәр” ағинәйҙәр клубына ла ошо урам ҡатын-ҡыҙҙары күпләп йөрөй. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Айһылыу Мөхәмәтдинова, китапхана мөдире Мәҙинә Ғәскәрова һәм Тыныслыҡ урамы депутаты Мәрзиә Юламанованың әүҙем ҡатнашлығында ойошторолған байрам бик күңелле һәм йөкмәткеле уҙҙы. Ошо урам тарихын, йәшәйешен, кешеләрен сағылдырған фоторәсемдәр береһен дә битараф ҡалдырманы. Иң тәүҙә кейәүгә сыҡҡан Рәйхана Утарбаева, урамға тәүгеләрҙән килен булып төшкән Рәйлә Ғатауллина, иң йәш ейәнсәр Регина Исламова, иң йәш ҡыҙ бала Илсиә Муллағәлләмова билдәләнде. Байрам хәтер-кисерештәргә, йыр-моңға бай булды. Урамыбыҙҙың “Иң татыу урам” тигән исеме лә бар. Тантаналы өлөштән һуң барса ҡатын-ҡыҙ Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйына ағылды. Унда килендәр барыһын да тәмле аш-һыу менән көтә ине. Табын артында ла иҫтәлектәр менән уртаҡлашыу, фоторәсемдәр ҡарау дауам итте. Көн дә матур булғас, йыйылған гүзәл зат һыу инеп, тәбиғәт ҡосағында күңелле ял итте. Киләсәктә лә ошо сараны үткәреп торорға һүҙ ҡуйыштылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға