13.08.2016 Һөйөнөслө яңылыҡ! Янғындан зыян күргән Сибай филармонияһы бинаһын кире тергеҙәсәктәр!
Былтыр сентябрь айында Сибай ҡалаһының иң күркәм һәм иң боронғо бинаһы - филармония көслө янғындан зыян күрҙе. Аяуһыҙ ут икенсе һәм өсөнсө ҡатты, тамашалар залын юҡҡа сығарҙы, ҡыйыҡ ишелде. Учреждение үҙе ҡурсаҡ театрына һәм А.Мөбәрәков исемендәге драма театрына күсенде.
Әле Мәҙәниәт министрлығы тарафынан проект төркөмө булдырылды. Пландарҙа- бинаны кире ампир стилендә тергеҙеү. Беренсе ҡатта гардероблы, оҫтаханалар, ярҙамсы бүлмәләр, гримеркалар менән парад холы эшләнәсәк. Икенсе ҡатта фойе һәм тамашалар залы урынлашасаҡ. Әле эштәр150 миллион һумға баһалана.