«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (5 август)



10.08.2016 Ә беҙҙең ауылда... (5 август)

Ә беҙҙең ауылда... (5 август)
Был аҙнала беҙ Ауырғазы, Балтас, Ейәнсура, райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Ғәфүрә ЮЛМӨХӘМӘТОВА,
Ауырғазы районы, Төрөмбәт ауылы:

– 6 август ауылыбыҙҙа Урам байрамы үтәсәк. Һуңғы айҙарҙа уға әүҙем рәүештә әҙерлек эштәре бара. Айырыуса был аҙнала һәр ихата тиерлек байрам төҫө ала бара. Хужалар йорт тирәһен төҙөкләндерә, ихата ҡаралтыларын буяй, яңырта. Ә хужабикәләр ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә, аш-һыуын бешерә. Беҙҙә алты урам, уларҙың һәр береһе килгән ҡунаҡтарға табын әҙерләй, концерт номерҙары күрһәтә, шәхестәре менән таныштырып үтәсәк. Байрамда ауылдың өлгөлө ғаиләләре, иң күркәм йорто, уңышлы баҡсасыһы, уңған килене, күп балалы ғаиләләр билдәләнәсәк. Төрөмбәт таланттары менән матур концерт программаһы әҙерләнде, шулай уҡ унда район мәҙәниәт йорто артистары һәм ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдаштар ҡатнашасаҡ. Байрам сараһына Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайынан, район хакимиәтенән ҡунаҡтар ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе Урам байрамына көтөп ҡалабыҙ.

Нәргизә АБДРӘШИТОВА,
Балтас районы, Яңы Балтас ауылы:

– 2 август ауылда Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө уңайынан тантаналы митинг үтте. Унда төрлө йылдарҙа ошо ғәскәрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәр ҡатнашты. Уларҙың инде үҙ традициялары бар: сара иртәнсәк “Һағышлы әсә” мемориаль комплексы янына йыйылып, локаль һуғыштарҙа һәләк булған райондаш яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалдылар, бер минут тынлыҡта уларҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар. Унан һуң улар төрлө спорт ярыштарында көс һынашты.
Десантсыларҙы ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимов та килгәйне. Ул ир-егеттәргә үҙенең изге теләктәрен еткереп, сығыш яһаны.

Земфира АҠБУТИНА,
Ейәнсура районы, Ибрай ауылы:

– Ауылдарҙа ҡыҙыу бесән мәле. Кемдер йыя, кемдәр ташый, сәселгән люцерна үләне булһа, икенсегә сабыу ваҡыты яҡынлаша.
Бесән эшләү, үҙеңдең техникаң булһа ла, бик ҡиммәткә төшә. Сабыу өсөн өс меңлек, йыйыу өсөн ике мең һумлыҡ яғыулыҡ кәрәк. Унан техника ватыла, запчастар алыу, ремонтлау талап ителә.
Минең танышым үҙенең бесән эшләүен бына нисек һүрәтләй: “Ике-өс саҡрымда ятҡан бесәнлекте саптырыу һәм йыйыу өсөн тракторист дүрт меңгә ризалашты. Тракторына солярканы үҙем ҡойҙом, бер литр яғыулыҡ 45 һум. Саптырыуға ун, йыйҙырыу­ға ун литр кәрәк булды. Шул ерҙән былтыр 4 – 5 йөк машина бесән сыҡты, быйыл йыйылмаған әле. Бер машинаға бәләкәйҙән 20 күбә һыя. Машинаға ла бензинды үҙең ҡояһың. Бер йөк бесән өсөн 700 һум түләйһең. Алып ҡайтып ауҙарғас та, икенсе көн бесән өйөүсе өмәселәрҙе лә һыйлайһың. Ҡыҫҡаһы, бесән эшләтеү алтын хаҡына төшә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға