02.08.2016 Төтөн торбаһы тоҙағында - ыласын
Баш ҡаланың ҡотҡарыусылары ғәҙәти булмаған ҡошто - ыласынды тотҡонлоҡтан азат иткән. Йыртҡыс ҡош Малая Бакунина урамындағы "Өфө инженер селтәрҙәре" предприятиеһы ҡаҙанлығының төтөн торбаһы эсенә төшөп, тотҡонға эәләккән. Ҡаҙанлыҡ эшселәре ыласынды үҙҙәре сығара алмай ҡотҡарыусыларға шылтыратҡандар. Улары иһә техник тәҙрә аша төшөп, ҡошто алып сыҡҡан һәм һыу эсереп, осороп ебәргәндәр.