29.07.2016 Ун мең өйрәк бәпкәһе юлға ҡойолған
Ошо көндәрҙә Ҡытайҙың көнсығышындағы Цзаочжуан провинцияһында бер йөк машинаһы аварияға осрай һәм кузовтағы ун меңдән ашыу өйрәк бәпкәһе иреккә сыҡҡан.
Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусыларға тәүҙә бәпкәләрҙе ситкә ҡыуырға тура килгән. Артабан ғына улар зыян күреүсе водителдәргә ярҙам итә алған. Бәхеткә күрә етди йәрәхәт алыусыдар булмаған.
Нимәһе ҡыҙыҡ - өйрәк бәпкәләре кешеләргә һырылып йөрөгән. Ҡурҡҡандарҙыр ахыры.