«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ӘЛЛӘ ТОМАН, ӘЛЛӘ МОНАР...



25.07.2016 ӘЛЛӘ ТОМАН, ӘЛЛӘ МОНАР...

ӘЛЛӘ ТОМАН, ӘЛЛӘ МОНАР...Нурын һипкән салт аяҙ Ҡояшты
Томан, әллә монар ҡапланы,
Барса халыҡ ҡалды аптырашта,
Ни икәнен аңлай алманы...

Йылылығын һибә Ергә Ҡояш
Үтеп аҡ томандар араһын,
Раббыҡайым, үтенәмен һинән
Ҡояшымды монар алмаһын..

Элеккеләй күктә йомарт Ҡояш
Шат йылмайып көләс ҡараһын,
Яҡты Ҡояш көткән кешеләргә
Көлтә , көлтә нурын таратһын..

Доға ҡылып Раббым Аллаһымдан
Нурға тулған көндәр һорайым,
Күктә томан, монар булғанда ла
Баҫмаһын ул Күңел һарайын!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға