«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эй, матурлыҡ! Шундай тылсымлы һин, Күңелгә көс, илһам бирәһең...



22.07.2016 Эй, матурлыҡ! Шундай тылсымлы һин, Күңелгә көс, илһам бирәһең...

Эй, матурлыҡ! Шундай тылсымлы һин, Күңелгә көс, илһам бирәһең...
Йәй – уңған ҡыҙ, йәйеп ҡуя һалған
Яландарға сәскә келәмен.
Эй, матурлыҡ!
Шундай тылсымлы һин,
Күңелгә көс, илһам бирәһең.
Ҡояш нуры гөл-сәскәләр менән
Бейегәндә елдең моңона,
Сихырланып ошо матурлыҡтан,
Күңелдәргә дәрттәр уйыла.
Бәхет татып бындай гүзәллектән,
Урғылдырып илһам шишмәһен,
Ғүмерҙәрҙең бәрәкәтен күреп,
Һәр бер кеше матур йәшәһен.
Гөлнур Ҡыуатова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға