20.07.2016 Симешкәне артыҡ күп ашамағыҙ
Симешкә - көнбағыш менән самаһыҙ мауығыу етди ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Тәжрибәләр ярҙамында ғалимдар шуны асыҡлаған: әлеге орлоҡтарҙа ауыр металл – кадмийҙың миҡдары норманан алты тапҡырға артыҡ икән.
Быға баҫыуҙарға фосфатлы ашламаларҙы күп индереү сәбәпле. Өҫтәүенә, әлеге үҫемлек үҙе лә тупраҡтан кадмийҙы яҡшы һура. Металлы көнбағышты даими ашаған осраҡта бөйөр һәм нервы системаһы ауырыуҙары барлыҡҡа килеү ихтималлығы арта. Һөйәктәргә лә зыян килергә мөмкин. Сөнки кадмий уларҙың минералләшеү процесына кире йоғонто яһай. Бынан тыш, ул һөйәк туҡымалары өсөн бик тә әһәмиәтле булған Д витамины барлыҡҡа килеүен дә тотҡарлай.