«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.07.2016)



20.07.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.07.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.07.2016)
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
(“Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән...”).

* * *
Һөймәйенсә, хыялланмайынса
Мөмкинме һуң
дөрөҫ йәшәргә?
(“Поэзия кисәһе”).

* * *
Һөйөнөстәр менән көйөнөстәр,
Туй күлдәге менән кәфендәр –
Бөтәһе лә бергә йөрөй шул ул.
(“Һуңғы хәбәр”).

* * *
Һөйөү бит ул оло ҡаһарманлыҡ,
Ҡаһарманлыҡ теймәй һәр кемгә.
(“Бары һиңә генә
туҡталғайным...”).

* * *
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек
итеп,
Эшләһәң һин эшлә емереп!
(“Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин...”).

* * *
Һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө,
Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ.
(“Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын...”).

* * *
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше.
(“Кеше”).

* * *
Һөйә белһәң, һөй һин, һөй кешем!..
(Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк...”).

* * *
Һуңлап әйтелгән фекер, хатта ул бөйөк булһа ла, рухи аҙыҡ була алмай.
(“Көндәлектәр”. 6. XII. 1963).

* * *
Һүҙ алтыны – уйлап һөйләүҙә.
(“Тимер юл”).

* * *
Һүҙ – әҙәмгә йыуаныс та,
Ҡыуаныс та, байлыҡ та.
(“Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла...”).

* * *
Һәйбәт китап уҡығанда тиҙ таң ата.
(“Көндәлектәр”. 7. IV. 1965).

* * *
Һәр башҡортом минең йырсы
булыр,
Ат атланып сыҡһа тауҙарға,
Һәр башҡортом минең батыр
булыр,
Ҡорал алып сапһа яуҙарға...
(“Халҡым хаҡында”).

* * *
Һәр бер кеше – үҙе бер донъя.
(“Пилот яҙмалары”. 21. II. 1949).

* * *
Һәр бер тойғо ялған булһа, ул меҫкен тойғо рухи ғәриплек, фәҡирлек тойғоһо. Ләкин ул мөхәббәттә лә ялған булһа, был тойғо меҫкен генә түгел, ә ерәнгес бер әшәкелек.
(“Көндәлектәр”. 1963,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға