«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярылған үксәгә – дегәнәк япрағы



18.07.2016 Ярылған үксәгә – дегәнәк япрағы

Ярылған  үксәгә –  дегәнәк япрағыЙәйгеһен әҙ генә ялан аяҡ йөрөһәң дә үксә, табан ярылып бара. Был бәләнән ҡотолоу­ҙың ябай ғына ысулы бар икән.
Бының өсөн дегәнәк япрағы ярҙам итер. Уны иҙеп, бал һәм он ҡушып, йәймә әҙерләргә. Төнгөлөккә шул йәймәне табандың, үксәнең ярылған урынына бәйләргә. Иртән торғас иһә ҡатҡан тирене һыҙырып алырға ғына ҡала. Әгәр ҙә беренсе тапҡырҙан ғына ярҙам итмәһә, тағы бер нисә тапҡыр эшләргә мөмкин. Бындай процедуранан һуң аяҡ табандары сабыйҙыҡы кеүек булып ҡала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға