«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (15 июль)



16.07.2016 Ә беҙҙең ауылда... (15 июль)

Ә беҙҙең ауылда... (15 июль)
Был аҙнала беҙ Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа,беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ –8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш тә” селтәрендә –“Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Инзирә БАЯЗИТОВА, Бөрйән районы:
Күптән түгел генә Бөрйән районының Килдеғол ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтһә лә, бында эштәр һаман гөрләй. Ҡыпсаҡ ауылы хакимиәте башлығы Нур Булат улы Усманов, йәш булыуға ҡарамаҫтан, ауыл проблемаларына күҙ йомоп ҡарамай, йыйылып киткән күп кенә мәсьәләне хәл итте. Бына үткән йомала, йәғни 8 июлдә, Нәзир Көмөшбаев һәм Гөлсинә Әйүпова йәшәгән тәңгәлдән зыяратҡа тиклемге юлға таш түшәнеләр. Был ҡатмарлы эштә лә ауылыбыҙ ир-егеттәре бер ҙә һынатманы.

Гөлфиә ХӘЛӘФЕТДИНОВА, Хәйбулла районы:
Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы борон- борондан тырыш халҡы менән дан тота. Бында матур кешеләр йәшәй, йыл һайын төрлө конкурс- концерт үткәреп тора. 9 июлдә ауылда Мостай Кәрим, Буранбай, Тыныслыҡ урамдарында йәшәүселәр “Урам байрамы”н ойошторҙо. Уларҙың һәр береһе тырышып аш-һыу әҙерләгән, ҡул эштәре күргәҙмәһе тәҡдим иттеләр. Дәртле йыр-бейеүҙәр ҙә булды. Күп балалы йәштәр, инәй-олатайҙар ваҡыт, аҡса юҡ тип тормаған, ҡапҡаларын буяған, аҡлаған, ишек алдары тулы гөл-сәскә, йорттары береһенән-береһе балҡып ултыра. Дәртләндереп, әйҙәгеҙ, тип йөрөүсе клуб мөдире Әлфирә Айытбаеваға ҙур рәхмәт.

Райхана БУЛАТОВА, Баймаҡ районы: Баймаҡ районының Һәмән ауылы үткән шәмбелә ҙур тантана кисерҙе – бында туғандар, ауылдаштарҙы берләштергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.
Ауылда ике һуғыш ветераны – Менәүәр Әминев һәм Әбүзәр Ишморатов бар. “Дан миҙалы” алған әсәйҙәр Рәмилә Әминева, Нурзиә Йәнгилдина, Бүләк Күсәрбаева, Миңҙәлә Сирғәлина ла маҡтауға лайыҡ. Йәштәргә – өй һалып сыҡҡан Айгөл һәм Вәлит Боҫҡоновтар, Шәүрә һәм Илшат Үҙәнбаевтарға ҡорған донъяларының мәнфәғәтен күреп, имен-һау йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Ауылда шулай уҡ алтышар бала тәрбиәләүсе Миңзәлә һәм Хәлит Боҫҡоновтар, Бүләк һәм Йәҙгәр Күсәрбаевтар ғаиләләре гөрләтеп донъя көтә. Ә бына йәш буйынса иң бәләкәсе – Миңзәлә һәм Хәлит Боҫҡоновтарҙың ҡыҙҙары Зөлхизә, иң оло кеше тыл ветераны Зөһрә инәй Әминева һанала.
Төрлө номинациялар буйынса урындар ҙа билдәләнде. “Өлгөлө йорт” исемен Ишһылыу һәм Зәй нулла Әминевтар, Бүләк һәм Йәҙгәр Күсәрбаевтар, Айгөл һәм Илфат Тәхәүетдиновтар, Нурзиә һәм Сөләймән Йәнгилдиндар, Рәйлә һәм Әхтәм Йәнгилдиндар, Илүзә һәм Илшат Исҡужиндар, Гөлнара һәм Фаяз Үзәнбаевтар, Ләйсән һәм Шафиҡ Әминевтар алды. Туҡмаҡ урамы “Матур урам” номинацияһында еңде.
Ауыл байрамын үткәреү кәрәк, тип иҫәпләй һәмәндәр. Сөнки ауыл матурая, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек арта. Төҙөкләндереү эштәрендә береһе лә ситтә ҡалманы, бигерәк тә ир-егеттәр әүҙемлек күрһәтте. Шәхси эшҡыуар Илдар Күсәрбаевтың эшселәре Азамат Йәрмөхәмәтов менән Рөстәм Таңғатаровҡа, мосолман ир-егеттәргә айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Шулай уҡ ауыл депутаттары, староста, ҡатын-ҡыҙҙар, “Ағинәй”ҙәр советы ағзалары ла ауыл матурайһын, төҙөкләнһен өсөн бар тырышлығын һалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға