12.07.2016 Атайҙарға декрет ялы кәрәкме?
Тиҙҙән Рәсәйҙә атайҙарҙы ла декрет ялына ебәрергә тәҡдим итәләр. Социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтары үҙәге төҙөгән документ буйынса, өс йыллыҡ декрет ялын өс өлөшкә бүлергә кәрәк – әсәйҙәр ваҡыты, атайҙар ваҡыты. Ә өсөнсө өлөштә баланың кем менән ултырасағын ғаилә үҙе хәл итә.
Чиновниктар әйтеүенсә, атайҙарға декрет ялын биреү ысулы менән демографик проблеманы хәл итеп буласаҡ. Сөнки ҡатындар, эш, аҡса, карьера тип, бала табыуҙы кисектереп тора, аҙаҡ һуң булып та ҡуя.
“Бөгөн йәмғиәттә әсәй кеше ғаилә ҡарай, бала тәрбиәләй, ә атай эшләй, аҡса таба. Шулай итеп, әсә кеше өс йылға йәки тағы ла күберәк коллективтан айырылып торорға мәжбүр. Ул был осорҙа эш рәтен онота, тәжрибәһе кәмей, декреттан сыҡҡас, эшен өр-яңынан өйрәнергә кәрәк була. Етмәһә, ҡайһы бер ойошмалар ҡатын-ҡыҙҙарҙы, фәләнсә йыл декретҡа сыҡмаҫҡа, тигән килешеү менән эшкә ала. Ә бәләкәй балалы ҡатындарҙы бөтөнләй алмаҫҡа тырышалар”, – тип һөйләй документ авторҙарының береһе С. Саурин.
Уйлап ҡараһаң, ирҙәрҙең декрет алыу хоҡуғы беҙҙә былай ҙа бар. Тик эш урынында етәкселек уларҙы ебәрергә атлығып тормай. Етмәһә, был осраҡта ир-аттың хоҡуғы ҡатындарҙыҡы менән тигеҙ түгел. Бәләкәй балаһы булыуға ҡарамаҫтан, ир кешене ҡыҫҡартырға, эшенән азат итергә мөмкин. Ә декреттағы ҡатынды эштән ебәрергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтары үҙәге төҙөгән документ буйынса, бәләкәй бала менән өйҙә ултырған ирҙең хеҙмәт урыны һаҡланырға, стажы барырға һәм декрет пособиеһы түләнергә тейеш. Норвегия, Швеция, Финляндия илдәрендә бындай механизм күптән системалаштырылған һәм ғаилә өсөн дә, ил өсөн дә файҙалы икән.
Был закон ҡабул ителерме, юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Беҙҙең илдә бала тәрбиәләүҙең күп өлөшө әсә иңенә йөкмәтелә, был эштә атайҙар ҙа ҡатнашһа, һис тә насар булмаҫ ине. Ә ҡайһы бер намыҫһыҙ атайҙар, бәләкәй бала менән декрет ялында ултырыу түгел, хатта алимент түләүҙән ҡасып йөрөй.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.