«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә – Изге Бөрйән ерендә



11.07.2016 Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә – Изге Бөрйән ерендә

Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 18-се республика конкурсы Бөрйән районының “Ағиҙел” һауыҡтырыу-тәрбиә лагеры базаһында өс көн буйы гөрләп үтеп, “иң-иң”дәрҙе донъяға танытты.

Бөрйән ерлегендә баш алып, өс йыл әүәл кире үҙенең йәнтөйәгенә ҡот-бәрәкәт булып ҡайтҡан сарала республикабыҙҙың 27 район, ҡалаһынан йөҙҙән ашыу йәш сәсән ҡатнашты. Уларҙың сығышын яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы.
Ҙур йыйынға йыйылған йәш сәсәндәрҙе тәүҙә район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов тәбрикләп: “Ҡәҙерле балалар! Һеҙ бөгөн Урал батыр тыуған, уның хаҡында мәшһүр эпос ижад ителгән изге ергә йыйылдығыҙ. “Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының ғорурлығы, ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә аманат итеп тапшырылған баһаһыҙ ҡомартҡы. Изге ергә килгәс, изгелек арттырып ҡайтығыҙ!” – тине.
Йәш сәсәндәр бәйгеһенең былтырғы еңеүсеһе, Учалы районының Мулдаҡай мәктәбе уҡыусыһы Зарема Әминеваның фатихалы сығышы йыйынға йән өрөп ебәрҙе.

Бөрйән таланттары сәхнәгә бер-бер артлы сығып, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Сараның “Беҙ – бала саҡ иленән” тигән өлөшө бәләкәй Урал батырҙарҙың сығышынан ғибәрәт ине. Районда быйыл үткән мәктәпкәсә йәштәге сәсәндәрҙең ярышында еңеүселәр, бөтә халыҡты хайран итеп, сәхнә тотто.
Иҫке Собханғол балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр тамашасыны йырлап та, бейеп тә “аһ” иттерҙе. Бына ҡайҙан килә мәшһүр эпосыбыҙға ҡарата һөйөү, илһөйәрлек, телһөйәрлек, тип тел шартлатты ололар.
Конкурстың беренсе көнөндә йәш сәсәндәр майҙан тотһа, икенсе көнөндә йәш артистар эпостар­ҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштерҙе. Ба­лалар үҙ ролдәрен оҫта башҡар­ҙы, һәр команда бер-береһен уҙҙырып сығыш яһарға тырышты. 27 ҡала-район командалары араһында тик салауаттар ғына “Алпа­мыша”ны сәхнәләштерһә, ҡалған командалар “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт иткәйне. Эпостың бер үк өҙөгөн күп команда ҡуйыуына ҡарамаҫтан, һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле. Урал, Шүлгән, Һомай образдарына инеп, уларҙы асыу йәһәтенән бар оҫталыҡтарын һалдылар. Иҫке Собханғол мәктәбенең эпосты заманса сәхнәләштерелгән мюзиклы ла сағыу һәм үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Ярты көнгә һуҙылған театрлаштырылған тамашанан һуң командалар халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтенең изге һәм сағыу ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосы эҙҙәре буйлап, Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл алды. Улар Йылҡысыҡҡан күленә, Бабсаҡбей ҡурғанына һәм башҡа тарихи ҡомартҡыларға сәйәхәт ҡылды. Ә кис һүҙ оҫталары Күҙәмбәт яланының ҙур сәхнәһендә сағыу концерт-дискотекала рәхәтләнеп күңел асты.
Иң тулҡынландырғыс мәл – конкурсты ябыу, һөҙөмтәләр буйынса еңеүселәрҙе билдәләү көнө лә килеп етте.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең бәләкәй төркөм еңеүселәренә педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажин БР Мәғариф министрлығының бүләктәрен тапшырҙы. Учалы ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйсән Золотареваға беренсе урын бирелде һәм ул “Иң йәш сәсәниә” исеменә лайыҡ булды. Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһынан Ралина Нафиҡова – икенсе, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, яҡташыбыҙ Айгиз Хәсәнов һәм Белорет ҡала­һының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйсән Үтәбаева өсөнсө урын менән билдәләнде.
Эпосты яттан һөй­ләү буйынса өл­кән синыфтар ара­һында еңеүсе­ләр­ҙе филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ми­рас Иҙелбаев тәбрикләне. Сибай ҡала­һынан Әлиә Ибра­һимова (Р. Өмөт­баев исемендәге баш­ҡорт лицейы) 1-се урын яуланы. 2-се урын – Гөлнара Ҡазарбаева (Бай­маҡ лицей-интернаты) менән Айҙар Ғәйнет­диновҡа (Салауат районының Тирмән урта мәктәбе), 3-сө урын Гөлнәзирә Мәхмүтова (Йылайыр районының Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы) менән Илнура Сафинаға (Дәүләкән районының лицей-интернаты) би­релде.
Башҡорт эпосын сәхнәләштереү туры еңеүселәрен “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов ҡотланы. Беренсе урынды Учалы командаһы яулаһа, икенсене Баймаҡ, Белорет райондары бүлеште. Өсөнсө урынды Бөрйән, Ишембай райондары һәм Сибай ҡалаһы уҡыусылары алды.
Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса еңеүсе командаларҙы Әхмәт Сөләймәнов ҡотланы. Учалы райо­ны – 1-се, Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы – 2-се, Ишембай, Салауат, Белорет районы командалары 3-сө урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәргә Мәғариф министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан Рәйсә Күзбәкова махсус призды Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән Ләйсән Истамғоловаға тап­шыр­ҙы. Шулай уҡ “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәү­ләтбәков бер нисә бәйгесегә “Шөһрәтнамә” һәм махсус бүләген бирҙе. “Киске Өфө”, “Йәншишмә” гәзите, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарының баш мөхәррирҙәре лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән бәйге­селәр­ҙе махсус бүләктәре менән ҡыуан­дырҙы.
“Урал батыр” йәш сәсәндәр республика конкурсының 2016 йылғы еңеүсеһен БР мәғариф министры урынбаҫары В. Вәлиева ҡотланы. Гран-приға Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Гөлфрүз Хисмәтуллина лайыҡ тип табылды.
– Быйыл 5-се тапҡыр ҡатнашам, былтыр икенсе урын яулауға өлгәшкәйнем. Беренсе тапҡыр бер туған апайым Рәсимәгә эйәреп 6-сы синыфта уҡығанда эпосты ятлай башланым. Ул ваҡытта ятлау ауыр кеүек тойолғайны, әммә теләк булғас, маҡсатҡа ирештем. Халҡыбыҙ исемен донъя кимәленә танытҡан эпосты ятлағыҙ. Унда халҡыбыҙ йәшәйешенең ҡото һалынған, уның һәр бер юлы фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә, рухты күтәрә, – тине бәйге еңеүсеһе Гөлфрүз.
Уға Мәғариф министрлығының һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитетының дипломдары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Өс көн буйы барған йәш сәсәндәрҙең 18-се республика конкурсы ысын мәғәнәһендә асыҡ һауалағы сәсәндәр мәктәбе бул­ды. «Урал батыр» эпосының тарихи ерлегендә – Йәнбирҙе менән Йәнбикә төйәгендә булыу ғына ла бәйгеселәргә әллә күпме көс һәм дәрт бирҙе. Урал менән Шүл­гәндең эҙҙәрен һаҡлаған иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылыу, үҙ-ара аралашыу, еңеү ҡомары менән янып йәшәүҙәре лә бала саҡтың иң матур хәтирәләре булып, күңелдәрендә бик оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.

Айһылыу Ғарифуллина,
Айнабад Аҡыева

Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә
Йәш сәсәндәр сәхнә түрендә –  Изге Бөрйән ерендә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға