«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"



11.07.2016 Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"

Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"Баймаҡ районының Һәмән ауылыны үткән шәмбелә ҙур тантана кисерҙе - бында туғандар, ауылдаштарҙы берләштергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.
Тыуған ауыл, тыуған яҡ! Ниндәй изге, илаһи көскә эйә төшөнсәләр. Яҙмыш елдәре төрлөбөҙҙө төрлө яҡтарға илткәндә лә, һағынып, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ашҡынып ҡайтабыҙ һиңә, тыуған яҡ, тыуған ерем! Һәмәндә халыҡ күбеһенсә ситтә эшләй. Кемдер Себер тарафтарына юлланһа, кемдер яҡын-тирә ҡалаларҙа аҡса эшләй. Ауылда төпләнеп мал-тыуар аҫрау, ҡош-ҡорт үрсетеү, баҡса үҫтереү иҫәбенә донъя көткәндәр ҙә байтаҡ. Шыңғырҙап торған ҡарағай йорттар һалып, уны заманса йыһазландырып, өй эргәләрен аллы –гөллө сәскәләргә күмеп, балалар үҫтереп, ысын мәғәнәһендә ауыл кешеһе булып йәшәгәндәр һоҡландыра.
Ауылымдың ғорурлығы булған, Һоҡланғыс кешеләре ифрат күп. Тәү тапҡыр ошо ерҙә ауаз һалған, тәпәй баҫҡан һәм яҙмышын туған тупрағы менән бәйләгән, ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарына бар тырышлыҡтарын һалып эшләгән яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп һөйләргә була. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ. Арабыҙҙа шундай шәхестәр булғанда, ауылыбыҙҙың киләсәге бар, тарихта матур эҙҙәр ҡалыуы көн кеүек асыҡ.

Байрамға Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы директоры Илнур Мырҙагилдин, ауылдашыбыҙ, әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәүсе Фирҙәүес Шәйхисламов, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Гөлнара Байрамғолова ла ҡунаҡҡа килде. Уларҙың барыһы ла һәмәндәрҙе байрам менән ҡотланы, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Ситтә йәшәгәндәр ҙә халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, күстәнәстәрен илтте.

Байрамға оло быуын вәкилдәре менән бер рәттән балалар ҙа йыйылды. Улар ауылыбыҙҙың тарихын белергә бурыслы. Ауылыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһө менән аҡһаҡал, оҙаҡ йылдар етәксе урындарҙа эшләүсе, ауылдың старостаһы З.Әминев доклад менән сығыш яһаны.
Һәмән ауылында ике һуғыш ветераны йәшәй. Улар Менәүәр Айытбай улы Әминев һәм Әбүзәр Әбүбәкер улы Ишморатов. Тыныслыҡтың ҡәҙерен белгән ир уҙамандары тормош юлдаштары менән балалар тәрбиәләп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Әлеге ваҡытта улар Һәмән ауылында балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, хыялдар менән бәхетле йәшәй. Хөрмәтле ветерандарыбыҙға тағы бик күп Еңеү таңдарын күрергә яҙһын!
Ауылдың “Дан миҙалы” алған әсәйҙәр Рәмилә Әминева, Нурзиә Йәнгилдина, Бүләк Күсәрбаева, Миңҙәлә Сирғәлина ла маҡтауға лайыҡ.
Һәмән ауылы йылдам ҙурая, үҫә, яңы өйҙәр барлыҡҡа килә. Миҫал итеп Айгөл һәм Вәлит Боҫҡоновтар, Шәүрә һәм Илшат Үҙәнбаевтарҙы килтерәм. Уларға ҡорған донъяларының мәнфәғәтен күреп, имен - һау йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Һәмән ауылында алтышар бала тәрбиәләүсе ғаиләләр Миңзәлә һәм Хәлит Боҫҡоновтар, Бүләк һәм Йәҙгәр Күсәрбаевтар, иң бәләкәс сабый Миңзәлә һәм Хәлит Боҫҡоновтарҙың ҡыҙҙары Зөлхизә, иң оло кеше тыл ветераны Әминева Зөһрә инәй.
Оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе парҙар Мәхмүзә һәм Вәлиулла Боҫҡоновтар, Рәйлә һәм Рәфҡәт Кинйәбулатовтар, Мөнирә һәм Хажиәхмәт Асҡаровтар, Маһинур һәм Әхиәр Һабанбаевтар, Йәүзә һәм Булат Күсәрбаевтар, Нәилә һәм Зәйнәғәбдин Вәлишиндардар, ә ошо парҙар араһынан иң - иңдәре Мәхмүҙә һәм Рәис Асҡаровтар. Ауылдың иң йәш пары Тимур Һибәтуллин һәм Ләйсән Аҫылбаевалар. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе атайҙар Зәбир Боҫҡонов, Рәсүл Кинйәбулатов, Юнир Нурғәлин. Шулай уҡ ауылда балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсәйҙәр, бөтә ғүмерен ауыр эштә үткәргән хеҙмәт һәм тыл ветерандары, ҡырҙа уҡыған студенттар, мәктәп уыусылары бар.
Комиссия ағзалары төрлө номинация буйынса урындар ҙа билдәләне.
«Өлгөлө йорт» исемен Ишһылыу һәм Зәйнулла Әминевтар, Бүләк һәм Йәҙгәр Күсәрбаевтар, Айгөл һәм Илфат Тәхәүитдиновтар, Нурзиә һәм Сөләймән Йәнгилдиндар, Рәйлә һәм Әхтәм Йәнгилдиндар, Илүзә һәм Илшат Исҡужиндар, Гөлнара һәм Фаяз Үзәнбевтар, Ләйсән һәм Шафиҡ Әминевтар алды. Туҡмаҡ урамы “Матур урам” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Байрамды үткәреү өсөн һәмән ауыл халҡы ғына түгел ситтә йәшәүсе ҡан – ҡәрҙәштәребеҙҙә бик күп көс түкте. Кемдер бағымсы булды, кемдер төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашты, кемдер тел ярҙамы менән ярҙам ите. Нисек кенә булмаһын байрамды яҡшы кимәлдә үткәреү өсөн һәмәндәр үҙҙәренең дуҫлығын, татыулығын, берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Беҙ, ауылдың бер төркөм ҡатын – ҡыҙҙары, бала – сағалар менән берлектә боронғо йоланы тергеҙеп, һәр йортҡа ҡолға менән йөрөп сыҡтыҡ. Был йоланан бер кемдә ситтә ҡалманы. Ҡолғаға һәр кем үҙенең бүләктәрен тағырға ашыҡты. Ул бүләктәр бөгөн һәр төрлө уйындарҙа, йыр – бейеү бәйгеһе өсөн тотондоҡ. Бик күптәр аҡсалата ла бирҙе, ә шуларҙың араһынан бер нисәһен айырып әйтергә кәрәк: Әсләм Ишморатов, Рауил Йәнгилдин милли көрәште үткәрҙе һәм бағымсылыҡ күрһәтте, Фәнүз Үзәнбаев, Илшат Исҡужин ат сабышын үткәрҙе һәм үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы, шәхси эшҡыуарҙар Гөлнара Байрамғолова, Ғәлиә Асҡарова, Розалия Бигильдина, Рәзилә Шәйхитдинова, Гөлгөнә Яныбаева, Ильдар Күсәрбаев, староста Зәйнулла Әминев, һуғыш ветерандары Әбүзәр Ишморатов, Менәүәр Әминев, ҡунаҡ булып килгән Нур Нурғәлин һәм башҡалар төрлө спорт уйындары үткәреүгә бағымсылыҡ күрһәтте.
Тамашасылар Күгиҙел "Осҡон" бейеү ансамбеле, Билал мәктәбенең "Йәйғор" бейеү түңәрәгенең сығыштарын, төрлө йырҙарҙы яртатып ҡараны, тыңланы
Ауыл байрамын үткәреү кәрәк, тип иҫәпләй һәмәндәр. Сөнки ауыл матурая, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек арта. Төҙөкләндереү эштәрендә лә береһе лә ситтә ҡалманы, бигерәк тә ир - егеттәр, әүҙемлек күрһәтте. Ә шәхси эшҡыуар Илдар Күсәрбаевтың эшселәре Азамат Йәрмөхәмәтов, Рөстәм Таңғатаровҡа, мосолман ир - егеттәргә айырыуса рәхмәт һүҙҙәре еткергебеҙ килә. Шулай уҡ ауыл депуттары, староста, ҡатын - ҡыҙҙар, "Ағинәй" ҙәр Советы ағзалары ла ауыл матурайһын, төҙөкләнһен өсөн бар тырышлығын һалды.
Ауылдаштар байрамында һәр кем ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө менән танышты, ошо ауылда йәшәүселәрҙең пландары менән уртаҡлашты. Һәр бер көнгә, тыуыр таңға ҡыуанып йәшәүсе һәмәндәрҙең уңыштарына һоҡланды. Артабан да Һәмән ауылы халҡына, ошо ауыл менән бәйле рухташтарыбыҙға, замандаштарыбыҙға, йәштәргә, ҡунаҡтарға именлек – һаулыҡ теләйбеҙ. Бөгөнгө матур осрашыу һәр беребеҙҙең күңел түрендә мәңгелек бер нур булып хәтерҙә ҡалыр!

Райхана Булатова, Баймаҡ районы, Билал ауылы

Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
Һәмән ауылында - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға