11.07.2016 Иҫәнгилделә - "Урам байрамы"!
Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылы борон-борондан тырыш халҡы менән дан тота. Бында матур кешеләр йәшәй, йыл һайын ниндәйҙер конкурс-концерттар үткәреп тора,
9 июлдә ауылда Мостай Кәрим, Буранбай, Тыныслыҡ урамында "Урам байрамы"н үткәрҙеләр. һәр береһендә тырышып матур өҫтәлгә аш-һыу әҙерләгән. Дәртле йыр-бейеүҙәр ҙә күрһәттеләр.
Күп балалы йәштәр, инәй-олатайҙар ваҡыт, аҡса юҡ тип тормаған, ҡапҡаларын буяған, аҡлаған, ишек алдары тулы гөл-сәскә, йорттары береһенән-береһе балҡып ултыра, Дәртләндереп, әйҙәгеҙ тип йөрөүсе клуб мөдире Әлфирә Айытбаеваға ҙур рәхмәт.
"Матурлыҡ - халыҡ өсөн, таҙалыҡ - үҙең өсөн", - тип фекеремде йомғаҡлап ҡуям.