«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшлек"кә Ҡырым татарҙары ла ҡыҙыҡҡан



08.07.2016 "Йәшлек"кә Ҡырым татарҙары ла ҡыҙыҡҡан

"Йәшлек"кә Ҡырым татарҙары ла ҡыҙыҡҡан
Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы китапханасыһы Әнүзә апай Мәжитова Ҡырымда ял итеп ҡайтҡан.

- Былтыр "Йәшлек" гәзите бүләк иткән футболканы бына әле Ҡырымда ял иткәндә кейеп йөрөнөм. Ирле-ҡатынлы пар килеп һаулыҡ һорашып һөйләшеп киттеләр. Ҡырым татарҙары икән. Күп һүҙҙәре аңлашылмай. Футболкалағы яҙыуҙы уҡығандар икән. Әйе, мин Башҡортостандан тинем, беҙҙә шундай йөкмәткеле, шәп гәзиттәр сыға. Шуларҙың халыҡ яратып уҡығаны "Йәшлек" гәзите, тинем, Ҡырымда ла яҙҙырып уҡыһағыҙ була тип, "Йәшлек"кә реклама яһаным. Беҙҙең Башҡортостан да бигерәк матур, һеҙҙеке кеүек диңгеҙе булмаһа ла, бынамын тигән ҙур күлдәре, йылғалары, тауҙары бар тип илем тураһында һөйләнем, - тине ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға