08.07.2016 Бәлки, таныусылар, белеүселәр булыр...
Был фотола минең атайым Шәкир Аллабирҙе улы Уразаев баҫып тора. Ул Күгәрсен районының Ерекле ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем Ереклелә колхоз рәйесе булып эшләгән. Һуңынан ғына асыҡланыҡ: Бөйөк Ватан һуғышында атайым әсирлеккә эләккән. Фотоһүрәттә ултырғыста ултырған ағай Күгәрсен районының Һаҙ ауылынан булырға тейеш. Ағайҙың туғандары барҙыр, бәлки, ҡәҙерле кешеләрен танырҙар… Атайымды белеүселәр булһа, миңә хәбәр итегеҙ!
Фирҙәүес ИШБУЛДИНА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.