«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңауылдар йырсы Радик Гәрәевҡа арналған һәйкәлгә аҡса йыя



04.07.2016 Яңауылдар йырсы Радик Гәрәевҡа арналған һәйкәлгә аҡса йыя

Яңауылдар йырсы Радик Гәрәевҡа арналған һәйкәлгә аҡса йыя Яңауыл районы халҡы үҙҙәренең данлыҡлы яҡташы иҫтәлеген шулай итеп хөрмәтләргә ниәтләй. 500 мең һумлыҡ һәйкәл ҡороу өсөн бағымсылар, битараф түгел кешеләр, йырсының ижадын һөйөүселәр үҙ иғәнәһен индергән. Урындағы бюджеттан да аҡса бүленгән.

Һәйкәлдә Радик Гәрәевтың микрофон тотоп йырлаған һыны һүрәтләнәсәк. Уны скульптор, БР рәссамдар союзы ағзаһы Хәлит Ғәлиуллин быйыл көҙгә ҡарай яһаясағы билдәле.

Һәйкәлде Яңауыл ҡалаһындағы йырсы үҙе уҡыған һәм 1997 йылдан уның исемен йөрөткән мәктәп биләмәһендә урынлаштырасаҡтар







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға