27.06.2016 Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йыл, 27-28 июнь - "Кушать" йәки ҡайтыу
Ҡайтыу
27 июнь
10.00 Шау-гөр килеп йыйынып, беҙ ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Түбәнге Девяткино ауылында урынлашҡан “Призма” гипермаркетына туҡтаныҡ.
Был сауҙа урыны үҙенең ҙурлығы менән хайран ҡалдырҙы. Төрлө-төрлө кибеттәр, бутиктарҙағы тауарҙарҙың хаҡы әллә ни ҡыйбат түгел, икенсе ҡатҡа эскалатор мендерә. Юлдаштарым күстәнәскә төрлө нәмә һайлай, сувенирҙар һатып ала.
12.30. Санкт-Петербургҡа кире килеп индек. Данлыҡлы Финляндия тимер юл вокзалы янына туҡтаныҡ. Тарихта был урын В.И.Лениндың 1917 йылда эмиграцияға ҡайтыуы, броневикка менеп, ялҡынлы телмәр тотоуы менән билдәле. Күмәкләшеп фонтандар янында фотоға төштөк.
14.00. КАД юлына сыҡтыҡ, ҙур бөкөлә торабыҙ. Ҡаланың эсенән, Нева буйлап барып, сәнәғәт зонаһын да күрҙек. Революцияға тиклем төҙөлгән завод-фабрика биналары үҙҙәре бер архитектура өлгөһө, совет осорондағы типовой проект ишеләй ҡумта түгел.
Бөкөнөң сәбәбе лә күренде – алда ҡот осмалы авария. Ҡаршы юлға сығып, еңел машина фураның аҫтына инеп киткән...
Ҡайтҡанда беҙ Новгород (туҡтап сувенирҙар алдыҡ), Тверь өлкәләре аша үттек. Нимәһе яҡшы – Мәскәүҙе тығынһыҙ төндә үтеп киттек.
16.0. 28-29 июнь. Юлдабыҙ әле. Тышта – ялҡыта ла башлаған пейзаж. Һаман да шул емерек өйҙәр, үлән баҫҡан баҫыуҙар. Владимир өлкәһе, Мордовия, Татарстан Республикалары биләмәләре аша уҙҙыҡ.
Автобуста “кәкүгебеҙ” ҙә булды – ашарға ваҡыт етһә, артта ултырған Фәттәх йә Фәнүр ағай “Кушать!” тип һөрәнләп, юлдаштарҙы көлдөрөп ала. Туҡтап ут яғабыҙ, сәй ҡайнатабыҙ.
Башҡортостанға килеп еттек. Бына төҙөк өйҙәр, тәртип, төҙөклөк өлгөһө күренә башланы. Тыуған яҡҡа һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды...
20.00. Баймаҡ! Автобус Үҙәк майҙанға, халыҡ ижады үҙәгенә боролдо. Илшат Хәмит улы беҙҙе ҡаршы алды, хәлдәребеҙҙе белеште. Һау бул, Питер, һаумы, тыуған Баймаҡ!
А.Ишназаров.