27.06.2016 Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йыл, 26 июнь - Һабантуй!
Баймаҡтар алдынғылыҡты бирмәне
26 июнь
08.40. Байрам урынына килеп еттек. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күбәйгән, һәр береһе үҙ эше менән мәж килә. Төн эсендә арка янында, төп юлға асфальт һалынған, эргәлә ҙур сәхнә ҡоролған ине. Ундай ҡоролма күршеләге Татарстан майҙансығында ла булды, йырсылары беҙҙе шау-гөр килеп репетиция яһап, ҡаршы алды. Ғөмүмән әйткәндә, байрамда артистар өс урында сығыш яһай алды.
Башланды! Тирмәне, экспозицияны рәткә килтереү, репетиция үткәреү кеүек һуңғы штрихтар ғына ҡалды. Ләкин беҙҙең әллә нисәмә көн бергә булған командабыҙ һынатманы, барыһына ла өлгөрҙө.
10.00. Күргәҙмә янына тәүге экскурсанттар, тамашасылар йыйыла башланы. Яҡташтар - баймаҡтар килеп, күрешеп, күҙ йәштәрен дә тыймаусылар булды. Йырсылар Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар, Айрат Мусин да күренде.
12.00 БР-ҙың Санкт-Петербургтағы даими вәкиле Р.Сәхәүетдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы А.Н. Изотов, Баймаҡ районы муниципаль районы башлығы И.Ситдыҡов, Мостай Мәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Р.И. Ишмуллин һәм башҡалар юғары ҡунаҡтарҙы - Санкт-Петербург ҡалаһы мэры Валентина Матвиенко етәкләгән делегацияны ҡаршы алды. Улар Татарстан Республикаһының экспозицияһын һәм сәхнәләге тамашаны күҙәткәс, беҙҙең тирмәгә йүнәлде.
Баймаҡтар һынатманы. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ, йыр-моң менән ҡаршылағас, Илшат Хәмит улы экспозицияны күрһәтә башланы. Ҡунаҡтар тәүҙә туҡыу станогы менән балаҫ һуғыуҙы, ҡул эштәрен, һөт ашамлыҡтарын, бесәнсе, балсы, һунарсы мөйөштәрен, дарыу үләндәрен ҡараны, тирмәгә инеп сыҡты. Ҡыр мунсаһы уларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, аҙаҡтан делегация вәкилдәре сыуалда бешкән сөсө икмәктән ауыҙ итте.
Ғөмүмән әйткәндә, Башҡортостан Республикаһын күрһәткән Баймаҡ тирмәһе һәм этно-фольклор күргәҙмәһе юғары ҡунаҡтарға бик оҡшаны. Быны аҙаҡтан беҙҙең алдыбыҙҙа сығыш яһаған Р.Сәхәүетдинов та белдерҙе. Ул күргәҙмәнең һабантуйҙың төп өлөшө, байрамдың "ҡаҙағы" булыуын, башҡорт мәҙәнилеге кешеләрҙә ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын әйтте. И.Ситдыҡов та үҙенең телмәрендә Питер халҡына башҡорттарҙың барлығын, йәшәйешен күрһәтеү отошло, яҡташтарыбыҙҙың килеп, Тыуған ер киҫәген күреүҙәре шәп булды тине, рәхмәт белдерҙе.
Эйе, тирмә янында ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнашҡан халыҡ һәр беребеҙҙә лә һоҡланыу һәм аптырау тыуҙырғандыр. Шуны әйтергә кәрәк, Советтар Союзы мәлендә Мәскәүҙәге Лениндың мавзолейы янындағы һымаҡ һыу буйы сират беҙҙең күргәҙмәлә лә булды. Кешеләр ҡыҙыҡһынып, экспонаттар янында фотоға төштө, сәй, ҡымыҙ эсте, төрлө һөт ризыҡтарын, йәнлек тиреләрен, бал һатып алды. Һунарсы мөйөшөндә булған айыу ҡапҡаны тамашасыларҙа ҙур ажиотаж тыуҙырҙы. Был яйланма автомашина рессораһы ҡоросонан яһалған, уны ҡороу өсөн бер нисә кешенең көсө кәрәк.
13.00. Питер һабантуйы беҙҙә үткәрелгәндән нимәһе менән айырылды икән? Әйҙәгеҙ байрамды ҡарап үтәйек.
Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолдо. Сауҙа нөктәләре байтаҡ ине: ит, һөт ризыҡтары, ғөбәҙиә, бәлеш, сәк-сәк тәҡдим ителде, төрлө сувенирҙар күп булды. Бер урында махсус станокта байрам символикаһы һуғылған баҡыр тәңкә алырға, икенсе ерҙә сәй эсергә, өсөнсөһөндә ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкин. Ауыш бағанаға менеүселәр, тоҡ менән һуғышыусылар, армспортсылар ҡыҙыҡ тамаша яһаны. Ә бейек һырғауылға үрләгән егеттәр кире ҡайыш менән эләктергән ҡулайламала арҡан менән төштө. Ундай һаҡланыу сараһын беҙҙә лә ҡулланырға мөмкин.
Һыу буйында көрәшселәр сығыш яһай. Тамашасылар уларҙы күҙәтә, үҙҙәренеке өсөн “ауырый”.
Йыйылған халыҡ үҙенсәлекле ял итте. Йәшел үләндә, түшәккә ултырып, үҙҙәре алып килгән бәләкәй генә мангалдарҙа шешлек ҡурҙы, сәй эсте. Кешеләр беҙҙәге һымаҡ, төрлө шаҡы-шоҡо һатып алам тип, бөтә байрам буйлап сабып йөрөмәне. Ни тиһәң дә, һабантуйға ысын мәғәнәлә ял итергә килергә кәрәк. Шуны әйтке килә, эскән, иҫергән кеше бер ҙә күренмәне. Күптәр сәхнәләр алдында йырсыларҙан ағылған көй-моңға, дәрткә түҙә алмай бейене.
13.30. Беҙҙең делегация составында булған йырсылар Рауил Харрасов, Зилиә Бәхтиева ҙур сәхнәлә сығыш яһаны. Халыҡ Баймаҡ һандуғастарының ижадын юғары баһаланы.
Яйлап башланған ямғырҙы Питер кешеләре бар әҙерлектә ҡаршы алды. Махсус япмалар, һыу үтмәгән кейемдәрен сығарып, кейеп тә алды улар. Яуын көсәйһә лә бер ҙә бирешмәй, беҙҙең һымаҡ күшегеп йөрөмәне. Шул ғына аҙыраҡ кәйефте төшөрҙө.
16.00. Байрам тамамланыуға китте. Яйлап нәмәләрҙе тейәргә, ҡайтырға әҙерләнә башланыҡ. Шау-гөр килеп, был эште атҡарып та ҡуйылды. Ярай, тиҙ генә ҡунаҡханаға ҡайтып, йылы кейемдәрҙе алып килдек.
19.00. Һау бул, һабантуй урманы! Башҡорттарҙың бөйөклөгөн, шанлы тарихын, көнкүрешен күрһәткән байрам да тамамланды. Ҡунаҡханаға юл тоттоҡ. Иртәгә – юлға!