27.06.2016 Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йыл, 25 июнь - Күргәҙмәне ҡороу. Питерҙағы онотолмаҫ төн
Әсир иттең һин, Питер...
25 июнь
Ваҡыт - 08.40. Ҡунаҡханала төн уҙғарғандан һуң (түшәккә һуҙылып ятып йоҡлау ниндәй кинәнес икән!), беҙ һабантуй үтәсәк урынға килдек.
Тирмәне, күргәҙмәләрҙе әҙерләп йөрөгәндә, БР-ҙың Санкт-Петербургтағы даими вәкиле (вәкиллек рәйесе), Рәсәй геройы, РФ-ның атҡаҙанған хәрби летчигы Р.Р. Сәхәүетдинов етәкләгән делегацияның визиты иҫтәлекле мәл булды. “Герой менән фотоға төшәйек” тип инәйҙәрҙең тулҡынланыуы ҡыҙыҡ ине. Комиссия вәкилдәре байрамға әҙерлекте тикшереп, бал, дарыу үләндәре, һунарсы, бесәнсе мөйөштәрен ҡарап сыҡты, ҡыр мунсаһына айырым иғтибар итте.
БР-ҙың Санкт-Петербургтағы вәкиллеге Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары системаһына инә һәм РФ-һының был төбәктә урынлашҡан субъекттары, шулай уҡ Балтик буйы менән Төньяҡ Европа илдәре: Литва, Латвия, Эстон, Финлянд Республикалары, Швеция, Норвегия, Дания Короллектәре менән бәйләнеш сараһы булып тора.
13.00. Байрамға әҙерлек дауам итә. Яҡындағы парк биләмәһендә тиҙҙән коттедждар төҙөләсәк, шуға күрә лә юлдар яҡшы торошта, йыуылмаһын өсөн махсус туҡыма менән ҡатланған. Урман кварталдарға бүленгән. Тәбиғәттең баҙар экономикаһы дәүерендә тауарға әйләнеүен күреү күңелгә үтә лә аяныслы...
Кискеһен Санкт-Петербургҡа экскурсияға барырға һөйләштек. Төшкө аштан һуң бар экспонаттарҙы тирмәгә индерҙек, ямғыр-фәлән булмаһын тип япма аҫтына һалдыҡ. Күрше татар халҡының күргәҙмәһен ҡарап сыҡтыҡ – улар урман кварталы вышкаһына “Сабан туе – 2011” тигән баннер элгән, тирмәләре осло башлы, заманса эшләнгән. Тормош кәрәк-яраҡтары, хужалыҡ әйберҙәре саф һауалағы музейға ҡуйылған.
Ә беҙҙә Фәриҙә инәй Сафиуллина күрһәткән ҡыр мунсаһы әҙер булды. Кейеҙ стена-түбәһе, мейесе, ташы булған был сихәтле ҡоролманы һынап та алдылар.
20.40. Йыйынышып, ҡалаға экскурсияға сығып киттек. Һәр ерҙәгесә беҙҙе сәнәғәт предприятиелары ҡаршы алды. 30 саҡрымдан ашыу юл үтеп, махсус арҡан-ванттар менән тарттырылған күперҙән Неваны үткәс, Кронштадт шоссеһынан Питерға килеп индек.
Тәүҙә юл уртаһы һыҙатындағы махсус һауыттарҙа сәскә атҡан гөлдәргә аптыраныҡ. Шунан һуң инде ҡаланың йорттары күренә башланы. Сталин осоро, Хрущев ваҡыты “этажка”ларынан һуң тарихҡа бай ғәжәйеп архитетуралы биналар күренде.
Шаҡ ҡатып, баштарҙы уңға-һулға бороп барабыҙ ғына. Бына Һарай майҙаны (Дворцовая площадь). Әйткәндәй, республикалағы Салауат ҡалаһының Үҙәк майҙаны, биналарының урынлашыуы, үҙенсәлектәре менән Питерҙыҡына оҡшаған. 1950-1960 йылдарҙа тап Ленинград инженер-архитекторҙары нефтехимиктар төйәгенең үҫеш проектын төҙөгән.
Нева проспекты, Грибоедов каналы, батша Александр II һәләк булған урында төҙөлгән Ҡан өҫтөндәге Спас храмы, Ихтилалдар майҙаны, Мәскәү вокзалы...
Ат полкының Лейб-гвардияһы өсөн Александр I мәлендә төҙөлгән Манеж бинаһы (хәҙер үҙәк күргәҙмә залы) янында автобусыбыҙ туҡтаны. Унда беҙҙе район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов ҡаршы алды. Ул самолетта осоп килгән, һабантуйҙа делегациябыҙҙы етәкләйәсәк.
- Юлда күҙәттем – Мәскәү үҙенең элекке йөҙөн юғалтҡан, тарихи яҡтан тиҙҙән уның ҡиммәте бөтәсәк. Элекке биналар емерелә, уларҙың урынына сауҙа комплекстары, элиталы торлаҡ төҙөү дауам итә. - тип ул сығыш яһаны. Ә Санкт-Петербург улай түгел. Бында үткәндәр ҡәҙерләп һаҡлана, реставрация эштәре юғары кимәлдә үтә, шуға ла барыһы ла Бөйөк Петр, Пушкин заманындағыса ҡала бирә. Шуны белдерге килә – Питер архитектураһы, урамдарының планы менән Европанан һис тә ҡалышмай, күркәмлеге менән Прага, Рига, Берлин, Лондон, Вена, Стокгольм һымаҡ боронғо ҡалалар менән бер рәттә тора. Бар нәмәне лә ҡарағыҙ, матурлыҡҡа һоҡланығыҙ, - тип беҙгә үҙенең теләктәрен белдерҙе.
23.30. Кафела сәй эскәс, төркөмөбөҙ экскурсия автобусына тейәлде. “Аҡ төндәр” маршруты менән беҙ 6 сәғәт йөрөргә тейешбеҙ икән. Бына ниһайәт, экскурсоводыбыҙ – Валерий Введенский сихри сәйәхәтте башлап та ебәрҙе. Уның тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, фәнде ҡатнаштырып, илһамланып һөйләүе, ҡалаға ҡарата булған һөйөүен ҡыҫҡа ғына ваҡытта беҙгә еткерергә тырышыуы барыбыҙҙы ла әсир итте.
Юлыбыҙ Питер урамдары буйлап үтә. Ҡыҙыҡ, яныбыҙҙан унар метрлыҡ лимузиндар, “Ламборгини” кеүек ҡыйбатлы спорт автомобилдәре уҙа, байкерҙар төркөмөн дә күрҙек.
Исаакиевский соборы янына боролоп, күтәрелмәле Благовещен күперенән үтеп, Нева менән архитектура иҫ китмәле тулы гармонияла булған Васильев утрауына индек. Бындағы биналар, урамдар Бөйөк Петр мәлендә, архитектор Доменико Трезини етәкселегендә төҙөлә.
Египет яр буйына туҡтаныҡ. Һул яҡта – Император художество Академияһы бинаһы, ә уңда, Нева буйында, 3,5 мең йыл тарихлы данлыҡлы сфинкстар. “1834 йылда килтерелеп, таш һындарҙы архитектор Константин Тон проектына ҡоролған пристандан күтәреп, урындарына ултыртҡас, йыйылған бар халыҡ аһ итеп тетрәнә. Аҫтағы бар нәмәгә, кешеләрҙең ваҡ-төйәк мәшәҡәттәренә, интригаларына сфинкстар мәңгелектән мыҫҡыллы, һауалы ҡараш ташлай, күптәр быға түҙә алмай”, - тип мәғлүмәт бирҙе гидыбыҙ.
Әйткәндәй, режиссер Э.Рязановтың итальянсылар тураһындағы фильмы геройҙары был монументтарҙың берәүһенең өҫтөнә ултырып, арыҫландан ҡотолоп ҡала. Бына бит, беҙ ниндәй данлыҡлы урында! Төркөмөбөҙҙән тыш, икенсе ерҙәрҙән дә туристар килгән ине, улар ҙа шау-гөр килә.
Юлды дауам итәбеҙ. Меньшиков һарайы, данлыҡлы Кунсткамера, ҡаланың символы – Дворец күпере янынан үтеп, утрауҙың “уғына” - ос өлөшөнә (Стрелка Васильевского острова) килеп еттек. Был ерҙә Нева икегә айырыла һәм унда элек маяк ролен үтәгән Ростраль колонналар урынлашҡан. 1810 йылда Жан Тома де Томон проектына ярашлы, уларҙа боронғо Рим ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса дошмандан трофейға алынған караптарҙың баш өлөшө – рострҙар һынландырылған. Был иһә Рәсәй флотының яуҙарҙағы уңыштары, бөйөклөгөнә ишара яһай. Шулай уҡ илебеҙҙең бөйөк йылғаларына – Волга, Днепр, Нева, Волховҡа арналған скульптуралар ҙа ҡуйылған. Алыҫта Ҡуянлы утрауында Петропавлов ҡәлғәһе күренә.
Парапеттарында өс йәпле һәнәктәр – Нептун батшаның символы булған Биржа күперенән үтәбеҙ. Фильмда ул күтәрелә һәм уның аша итальянсылар теплоходҡа төшөп һикерә, А.Миронов ҡанатта эленеп тора.
Ленинград зоопаркы, Петропавлов ҡәлғәһенең кронверкы - Хәрби-тарихи артиллерия, инженер һәм элемтә ғәскәрҙәре музейын күрҙек. Ҡараңғыла булһа ла ҡорал өлгөләрен, гаубица-туптарҙы, ракета системаларын күҙәтеп уҙҙыҡ. Әйткәндәй, яҡында ғына Блохин урамы бар. Унда, 15-се йортта рок-музыка һөйөүселәрҙең “Мәккә”һе – заманында Виктор Цой эшләгән “Камчатка” ҡаҙанлығы урынлашҡан.
01.20. 1703 йылда ҡалала тәүге төҙөлгән бинаны – Петр I-сенең йортон ҡарағас, Троицк күперенән Неваның икенсе яғына сығып, Марс яланы буйында туҡтаныҡ. 15 минуттан күтәрелеш буласаҡ, полиция хеҙмәткәрҙәре барьерҙар алып, әҙерләнә лә башланы.
Питер халҡына бер яҡтан ҡыйын – машиналар выжт тип үтеп кенә тора! Сығып өлгөрмәһәң – таңға тиклем ҡаланың икенсе яғында ҡалаһың. Беҙ һәм туристар тамаша ҡылабыҙ. Ана – Дворец күпере күтәрелә! Романтикаға һуғарылған, күңелдәрҙә мәңгелеккә ҡалыр сихри мәл...
Һыу юлында светофорҙар ҙа бар икән – ҡанаттар хәрәкәт иткәндә ҡыҙыл ут, ә вертикаль хәлдә булғанда “Караптар, үтегеҙ!” тип йәшел яна.
Сират – беҙгә! Юл тамам бикләнде, гөрһөлдәп, күперҙең бер яҡ өлөшө ҡалҡа башланы. Уны ҡоролманың таяу-үгеҙҙәрендә йылғаның төбөнәсә еткән шахтала урынлашҡан махсус гидравлик механизмдар һәм кире ҡайтарғаслы йөк (противовес) күтәрә икән. Ҡанат тамам вертикаль хәлгә еткәс, һыуҙан эреле-ваҡлы караптар үтә башланы. Араларында автобус һымаҡ кеселәре лә, олораҡтары ла булды, аҙаҡтан ғәләмәт ҙур, оҙон диңгеҙ танкеры ла үтте. Хайран ҡалырлыҡ тамаша!
Юлыбыҙҙы Дворец яр буйынан дауам итәбеҙ. Йәйге баҡсаны үттек, бына, данлыҡлы “Аврора” крейсеры! Л.И. Ленин етәкләгән бөйөк Октябрь революцияһы 1917 йылда тап ошо хәрби караптың Ҡышҡы һарайға яһалған залпынан башланған.
Смольный яр буйынан Ҙур Охта һәм реконструкцияла булған Александр Невский исемендәге күперҙәрҙең күтәрелгәнен ҡарағандан һуң, Урау (Обводной) канал буйына боролдоҡ.
03.20. Туҡтап, “Андалуз” бистроһына индек. Хаҡтары!!!
Предтеченск күпере янында фотоға төштөк. Суйын парапеттар, гранит баҫҡыстар, ҡараңғы Нева һыуы гүйә беҙҙе Пушкин, Гоголь, декабристар мәленә алып ҡайтты. Тирә-яҡ яп-яҡты, һуң булһа ла машиналар ағымы туҡтамай, кешеләр ҙә күп йөрөй.
04.30. Кире үҙебеҙҙең “НефАЗ”ыбыҙ янына юл тоттоҡ. Лигов, Нева проспекттары, бөйөк классиктар ижад иткән, йәшәгән таҡтаташлы ғәжәйеп матур өйҙәр, Ҡаҙан соборы беҙҙе оҙатып барҙы. Һау бул, Питер! Беҙҙе әсир иттең матурлығың менән! Һәр беребеҙҙең күңеленә аҙыраҡ булһа ла моғайын рухи, мәҙәни тулҡын ингәндер... Башҡаса мөмкин түгел.
06.00. Таң һыҙылып килә. Ләкин бында аҡ төн булғас, ҡараңғы түгел, яп-яҡты. Ләкин арытҡан, ашыға-ашыға ҡайтып йоҡларға яттыҡ. Иртәнсәк тороуға ике сәғәт ҡалды. Алда беҙҙе хәл иткес яуаплы сара – һабантуй көтә...
А.Ишназаров.