«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбуллала барған оло йыйын - ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы айҡанлы



27.06.2016 Хәйбуллала барған оло йыйын - ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы айҡанлы

Хәйбуллала барған оло йыйын - ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы айҡанлы Йомабай Иҫәнбаевҡа.
Һаумы, ағай, Йомабай!
Ялан ерҙә моң-ҡурайың
Ҡайҙарҙан алдың икән?
Тәүге тапҡыр ниндәй йырҙы
Көйҙәргә һалдың икән?

Французы ла,немеце лә
Таң ҡалған моң-көйөңә.
Данға сумып ҡайтып төштөң
Башҡортостан-өйөңә.

Башҡортомдың ҡурайы бар
Ғорурланып уйнарға.
Оҫта ҡулдарҙа йәнләнә,
Һалып оҙон уйҙарға.

Халҡыбыҙҙың яҙмышына
Битараф булмағасың.
Зинданда,штрафбаттарҙа
Шиңде ғүмер ағасың.

Башҡортто бит еңеп булмай,
Торғаныбыҙ аҡтамыр.
Йомабайҙар тыуып тора,
Ҡурай моңо һаҡланыр.

Башҡорттоң ҡурайын
Күктәргә һин күтәрҙең.
Шул көйөң һыҙҙырып,
Бөгөн дә үт әле!

Насип Һаҡмаров шиғыры
Фотола: Хәйбулла һандуғасы Гөлфиә Хәләфетдинова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға