«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Берәй ваҡыт һине ҡунаҡҡа саҡырһам, һин кил, йәме..



27.06.2016 Берәй ваҡыт һине ҡунаҡҡа саҡырһам, һин кил, йәме..

Берәй ваҡыт һине ҡунаҡҡа саҡырһам, һин кил, йәме.. Өндәшмәй генә, һаҡ ҡына.. Ҡайғыларыңды ла, шатлыҡтарыңды ла тотоп кил, мин һине тыңлармын.. ысын күңелдән. Тәмлекәстәр ашатырмын, ҡосаҡлармын. "Тауышыңды һағынғайным", тейермен. Исемеңдең төштәремә инеүен, хуш еҫеңде юҡһынып, һаташыуҙарымды һөйләрмен.
Һин йылмайырһың, сөнки йәшәйһең миндә.. Уйҙар, йоҡоһоҙ төндәр, һағыш булып, илһам һәм ышаныс, үҙенсәлекле нигеҙ булып.

Мин мотлаҡ саҡырырмын, тик һин кил, йәме..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға