«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)



24.06.2016 Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)

Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)
Был аҙнала беҙ Учалы районынан һәм Сибай ҡалаһынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Нәркизә ШӘЙӘХМӘТОВА, Учалы районы, Ураҙ ауылы китапханасыһы:
– Беҙҙең китапханала бишенсе йыл инде бәйләм түңәрәге эшләй. Һәр шаршамбыла, өй эштәрен ситкә ҡуйып, бар кәрәк-яраҡты тотоп, шунда йыйылабыҙ. Яңы әйбер­ҙәр бәйләргә өйрәнәбеҙ, аралашабыҙ, күңелле итеп ваҡыт уҙғарабыҙ. Әхирәттәр китапханасылар үткәргән һәр сарала, ижадсылар менән осрашыуҙарҙа, китап туйҙарында ҡатнаша.
Әле яңыраҡ мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре бөткәндән һуң түңәрәктәгеләр, башҡа китап уҡыусылар тирә-яҡты йыйыштырып, сәскә ултыртып ҙур ярҙам итте. Айырыуса Венера Һәүбәнова, Лиза Заһирова, Сәкинә Ғилманова, Земфира Айбатова, Илүзә Рәүиловаларға, Рифа, Роза апайҙарға, Айгөл, Айназа һылыуҙарға, Даян Ғариповҡа, Альберт Тажетдиновҡа рәхмәт белдерәм.

Илүзә МОРАТШИНА, Учалы районы, Орловка ауылы:
– Әле генә “Ҡарға бутҡаһы” байрамынан ҡайттыҡ. Лидия апай Исрафилова тәҡдиме менән бар ауыл халҡы тау битенә йыйылды. Ҡаҙан аҫтыҡ, бутҡа бешер­ҙек, самауыр сәйе менән һыуһыныбыҙҙы ҡандырҙыҡ. Байрамыбыҙ бәләкәй һабантуй кеүек булды: ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ир-егеттәр, ололар көршәк ярыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереүҙә ҡатнашты, бейене, йырланы.
Байрам аҙағында йыл буйы күрмәгән тәбиғәт мөғжизәһе – ямғыр яуҙы. Биш минут ҡына яуып үткән, ҡоролоҡ булмаҫ, үлән көймәҫ, уңыш булыр, тигән өмөт биргән ямғырға барыһы ла ҡыуанды.

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА, Сибай ҡалаһы:
– Сибай ҡалаһы Төйәләҫ ауылының “Ҡарлуғас“ балалар баҡсаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған аҙналыҡ үтте.
Унда балалар милли батырыбыҙ тураһында күп мәғлүмәт белде. тәрбиәселәрҙең Салауаттың өс йәшендә атҡа атланыуы, 13 йәшендә айыу менән көрәшеүе тураһында һөйләүен хайран ҡалып тыңланылар.
Пугачев яуында ҡатнашып, ниндәй батырлыҡтар күрһәткән, атаһы менән ҡулға алынып бик ауыр язалау­ҙар үткәреп, алыҫ Балтик буйына мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелеүҙәре, батша власы Салауат исемен онотторорға тырышһа ла, халҡының онотмауы тураһында белделәр.
Шиғри күңелле Салауаттың шиғырҙары, уның тураһында сығарылған легенда-риүәйәттәр, башҡорт шағирҙарының батырға арнап яҙған шиғырҙары, батыр­ҙы һынландырған картиналар, һәйкәлдәр менән таныштылар. Батыр тураһындағы йырҙарҙы өйрәнделәр. Уның музейы тураһында слайд ҡаранылар.
Аҙналыҡ “Салауат йыйыны” менән тамамланды. Сәхнәгә атҡа атланып, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс менән ҡоралланған өлкән төркөм тәрбиәләнеүсеһе Фәйез Миҙәтовтың килеп менеүе тулҡынландырғыс күренеш булды. Уның: “Мин үлмәнем, башҡорттарым, мин ҡайттым”, – тип оран һалыуын балалар “ура“ ҡысҡырып ҡаршы алды.
Балалар Салауат Юлаевтың һәм уның тураһында яҙылған шиғырҙарҙы тасуири һөйләне. Иң кескәй шиғыр һөйләүсе – өс кенә йәшлек Лидия Туҡтамышеваның сығышын һәм Гөлнәзирә Миҙәт­ғәли­наның бейеүен ихлас алҡышланылар.
“Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй”, – тигән хәрби оран ташлап, йыйындың икенсе өлөшөндә балалар Салауаттың яратҡан уйындарын уйнаны: тоҡ кейеп, дүрт аяҡлап, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ярыштылар, тоҡ менән һуғыштылар. Ә инде уҡ атыу ярышынан ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы.
Фәйез Миҙәтов, Нияз Сафин, Аслан Ахмедов, Раян Ишморатов, Гөлнәзирә Миҙәтғәлина иң мәргән уҡсылар булып сыҡты. Ошо сараларҙан һуң балаларҙың күңеленә, мин дә Салауат һымаҡ батыр буласаҡмын, тигән уй инеп ятҡандыр, тип ҙур ышаныс менән әйтергә була. Сөнки балаларҙың теленән Салауат исеме төшмәне.

Әлфирә АЙЫТБАЕВА,
Хәйбулла районы, Иҫәнгилде ауылы:
– Ауылыбыҙҙа мәсет эшләй башлауға сентябрь айында 20 йыл тула. Беҙ был матур датаны билдәләп үтергә йыйынабыҙ. Мәсеттә төҙөкләндереү эштәре башланды. Ауыл ир-егеттәре дәррәү генә өмә ойоштороп, манараһын, ҡыйығын алмаштырҙы, әлеге ваҡытта соланында ремонт эштәре бара. Был эштәр тамамланғас, стенаһын, иҙәнен йылытып эшләйәсәктәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙар аҙаҡтан стеналарына обой йәбештерәсәк, йыйыштырыу эштәрен башҡарасаҡ.
Был эштәрҙең башланғысында мәсеттең имам-хатибы Ринат ағай Антипов тора. Ә ярҙамсылары бик күп, Аллаға шөкөр: Мөхтәр Шәрипов, Төхвәтулла Ҡансурин, Айбулат Исхаҡов, Иршат Айытбаев, Бүләкбай Йыһаншин, Салауат Иҫәнгилдин, Зәки Рахманғолов, Юлай Әсфәндиәров, Илдус Антипов, Вәхит Йәрмөхәмәтов һәм башҡалар. Изге ураҙа айында шундай ҙур сауаплы эш башҡарған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә!
Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)
Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)
Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)
Ә беҙҙең ауылда... (24 июнь)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға