«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу » Гөлшат апай шампурлы булды



24.06.2016 Гөлшат апай шампурлы булды

Гөлшат апай  шампурлы булды
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсы тамам. Бәйгегә 200-ҙән ашыу хат килгәйне. Еңеүсе­ләрҙе һәр хәбәрсе һайланы. Бүләктәр лайыҡлыларға эләккәндер тип уйлайбыҙ. Сөнки улар­ҙың һәр береһе – йылдар дауамында «Йәшлек»те алдырып уҡыусылар.
Был аҙнаның еңеүсеһе – Мәсетле районының Оло Ыҡ­тамаҡ ауылынан Гөлшат Хөрмәт ҡыҙы МӨХӘМӘТВӘЛИЕВА. Ул шешлек бешереү өсөн шампур­ҙар менән бүләкләнә. Бүләкте килеп алғанда паспорт күсермәһе, ИНН, СНИЛС кәрәк буласаҡ.
Уҙған аҙналағы еңеүселәрҙең дә бүләктәре редакцияла хужаларын көтә. Үҙегеҙ килеп ала алмаһағыҙ, таныштарығыҙҙы булһа ла беҙгә ебәрегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға