24.06.2016 Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йылдың 24 июне - Ленинград өлкәһе. Урынлашыу.
24 июнь, иртәнсәк.
05.10. Ленинград өлкәһе, Тосно ҡалаһына 150 саҡрым. Уянып, сығып, йыуынып алдыҡ. Тиҙҙән барып та етәбеҙ.
Жары тигән ауылды күҙәтеп барабыҙ. Рәсәйҙең Европа өлөшө булһа ла, был яҡ уға оҡшамаған. Емерек, ситкә ауышҡан, ташландыҡ өйҙәр күп, урамдар кәртәләнмәгән, баҡса-картуф шул көйөнсә үҫә.
09.00. Колпино ҡасабаһындап магазин буйында ретроавтомобилдәр күргәҙмәһенә шаһит булдыҡ. Юғалған машинабыҙ табылды, шул арттан ғына эйәреп килһәләр ни була?!
10.30. КАД-ҡа килеп индек (ҡулсалы юл). Алда – Санкт-Петербург. Тышта – индустриаль пейзаж, йыйылыҡ электростанцияһы янынан үттек, юлды электр тапшырыу линиялары киҫеп үтә, матур... Түбәнге Девяткино, Кузьмолово аша уҙҙыҡ.
Килеп еттек. Ике тәүлектән ашыу ваҡыт эсендә меңәр саҡрым юл үтеп, Ленинград өлкәһенең Всеволожск районының Энколово ауылы янындағы урманға - Охта паркындағы яланға килеп еттек.
Әйберҙәрҙе бушатыу, тирмә, уның янын ҡороу, ашарға бешереү урынын хәстәрләү мәле етте. Һәр кемгә лә эш табылды. Күршелә стәрлетамаҡтар урынлашты.
Бында тәбиғәт беҙҙәге һымаҡ. Яныбыҙҙа дәүләт сиге – Финляндия. Ашау урыны янында, аҫта бәләкәй йылға аға, һыуы һоро төҫтә – торф ятҡылыҡтары бар. Эргәлә аэропорт – ҡеүәтле самолеттар осоп үтә.
Иртәгә – Санкт-Петербургҡа экскурсия. Ә беҙ, тирмә-фәләнде ҡороп бөттөк, бишбармаҡ ашап алдыҡ та ял итергә, йоҡлау урынына ҡуҙғалып киттек.
Токсово ауылы янындағы “Кавголово” спорт үҙәгенең алты этажлы ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Тау битләүендә бында ғәләмәт ҙур тау саңғыһы трамплиндарын күреп, иҫебеҙ-аҡылыбыҙ китте. Аҙаҡтан экспедициябыҙҙың врачы Илшат Рыҫҡужин менән барып янында фотоға ла төштөк. Баҡтиһәң, лифт һымаҡ ҡоролма спортсыларҙы үргә мендерә һәм улар аҫҡа шыуып төшә. Трасса һепертке һымаҡ шыумалаҡ пластмасса ябыу менән ҡапланған, аҫта бысҡы табы һибелгән. Йәйге осорҙа ла ҡыйыу йөрәкле трамплинсылар бында шөғөлләнә икән. Аҡ төндәр осоро икән, сәғәт киске 11-12 булһа ла яп-яҡты.
Айбулат Ишназаров.