«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2011 йылда баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашты. Юлға сыҡтыҡ, Һамар өлкәһе



23.06.2016 2011 йылда баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашты. Юлға сыҡтыҡ, Һамар өлкәһе

2011 йылда баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашты. Юлға сыҡтыҡ, Һамар өлкәһеОшо һәм артабанғы яҙмаларҙа беҙ был сәфәр - юғары кимәлдәге ҡунаҡтарға, ябай халыҡҡа сикһеҙ оҡшаған тирмә һәм этно-фольклор композиция ҡорған Баймаҡ районы делегацияһының бер аҙналыҡ “тормошо” хаҡында һөйләп үтергә булдыҡ. Моғайын ҡыҙыҡ булыр тип ышанабыҙ.
Һәр көнгә яҙма буласаҡ, "Бәйләнештәге" "Йәшлек" гәзите - газета "Йәшлек" төркөмөнә фотолар һалынасаҡ, ҡарап барығыҙ.
https://vk.com/album-35065816_233467010

МӘСКӘҮГӘ ЛӘ ИНДЕК БЕҘ, ПИТЕРҘЫ ЛА КҮРҘЕК БЕҘ!

...Арып-талып, эҫе көнгә әлһерәшкән пассажирҙары менән беҙҙең “Нефаз” алға елә. Бына! Ниһайәт, тыуған яғыбыҙ, республиканың иң йәмле, иң яҡты, иң ҡунаҡсыл Баймаҡ районы сиге күренде. Шул мәлдә “Буранбай триоһы” - Фәттәх, Фәнүр, Хәбир ағайҙар “Күк Ирәндек буйында” көйөн уйнай башланы.
Йә инде, үҙебеҙҙең яҡтарға ла килеп еттек. Һағындырған, эйе, ныҡ һағындырған ғәзиз еркәйебеҙҙе. Бер аҙна эсендә ярты Рәсәйҙе урап сығып, беҙҙең делегация кире әйләнеп ҡайтты. Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуып-үҫкән ил артыҡ тигәндәре дөрөҫ икән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡайҙарҙа ғына булырға тура килмәне - Владимир урмандарында сәй эсергә, Мәскәү янындағы бесәнлектәрҙә йөрөргә, МКАД-тың “пробка”рында ваҡыт уҙғарырға, Петербург фонтандарының һыу саңын тойорға насип булды...
Темәстә, Таһирҙа туҡтап инәйҙәрҙе йыр-моң менән оҙатҡас, буранбайҙар менән хушлаштыҡ. Унан һуң Баймаҡҡа килеп еткәс, беҙҙе район башлығы Илшат Хәмит улы һәм халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Сәфәребеҙ шулай таммаланды, юлдаштарыбыҙ бер-береһенән айырылыша алмай, саҡ хушлашып, өйҙәренә таралышты.
Ә беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит уҡыусыларға сәфәр буйы алып барылған юлъяҙманы тәҡдим итәбеҙ. “Төньяҡ баш ҡала”, “өс революция ҡалаһы (бишеге)”, ”Төньяҡ Венеция”, “Европаға тәҙрә”, хатта 90-сы йылдарҙа “криминаль баш ҡала” исеменә лайыҡ булған данлыҡлы Санкт-Петербургҡа сикһеҙ ғашиҡ булып, шул мөхәббәт менән саҡ ҡына уртаҡлашырға булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта юғары кимәлдәге ҡунаҡтарға, ябай халыҡҡа сикһеҙ оҡшаған тирмә һәм этно-фольклор композиция ҡорған Баймаҡ районы делегацияһының бер аҙналыҡ “тормошо” хаҡында ла һөйләп үтәйек.

Тәгәрмәстәргә ураныҡ саҡрымдарҙы
22 июнь таңы. Cәфәр иртәнсәк халыҡ ижады үҙәгенә йыйылыуҙан башланды. Танышып, һаулыҡ һорашып алғас, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһаны һәм райондың имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хажи Буранбаев бәлә-ҡаза булмаһын тип юл доғаһын ҡылды, фатихаһын бирҙе.
Ваҡыт – 09.10. Ниһайәт беҙҙең колонна – автобус, “ГАЗель” һәм “американец”ыбыҙ – оло фургон таҡҡан “Фрейтлайнер” автомашинаһы алыҫ сәфәргә сыҡты. Кәйефтәр шәп, шулай ҙа аҙыраҡ моңһоулыҡ һиҙелә, ҡурҡыта. Алыҫ юл бит, нимә күрербеҙ, кисерербеҙ икән... Шулай ҙа тиҙҙән бит ҙур хыял тормошҡа ашасаҡ – Санкт – Петербург ҡаршы аласаҡ...
Салонда шау-гөр килеп, сәфәрҙәштәр үҙ эштәре менән булыша. “Буранбай ағайҙары” шарт-шорт кәрт һуға, кемдер йыр тыңлай, һөйләшә. Тәҙрәнән Мәмбәт янында юлға асфальт һалыуҙарын, “Байҡара” агрофирмаһының игендәре матур булып үҫеп килеүҙәрен күҙәттек. Ямғыр кәрәк, тәбиғәт һыуһаған...
09.35. Райондың сиге лә артта ҡалды. Йылайырға инеп торманыҡ, урап юлды дауам иттек. Ейәнсурала алһыу төҫтә сәскә атҡан ҡарабойҙай, Күгәрсендә ап-аҡ еркәүек үләне иғтибарҙы йәлеп итте. Ошо һәм дарыу үләндәре хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе сәфәрҙәш инәйҙәр биреп барҙы.
12.45. “56-cы регион”ға – Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһына килеп индек. Ситтә йөрөгәнебеҙ һиҙелә лә башланы – өйҙәр ҙә икенсе, кешеләр ҙә беҙҙең яҡтағыса түгел. Далалы төбәк – офоҡҡаса һуҙылған тигеҙ ерҙәр, ҡайһы бер урында ғына ағастар күренә. Ауылдарҙа таш менән бурап кәртәләнгән зыяраттар, хужалыҡ ҡоролмалары ла иғтибарҙы йәлеп итте. Туҡтап, һыныҡҡан быуындарҙы яҙып алып, төшкө аш яһаныҡ.
19.15. Ямғыр башланды, Бугурусланға килеп индек. Бынағайыш! Ҡала эргәһендә “Баймаково” тигән юл күрһәткесе тора! Шундай ауыл бар икән Ырымбур яғында.
21.00. Һамар өлкәһе. Күбеһенсә федераль юлдарҙан, транзит транспорты булып үткәс, ҡалаларҙың эсенә инмәнек, алыҫтан ғына күҙәтеп барҙыҡ.
Арыу ҙа һиҙелә башланы, ярай сәфәребеҙҙең тәүге көнө һалҡынса булды (ҡояш, томралыҡ аҙаҡтан кәрәген генә бирҙе...) Һамар ҡалаһына етмәҫ борон киске аш ойошторҙоҡ. Төртмә телле ағай-апайҙарҙың мәҙәге аҫтында аппетит менән тамаҡ ялғағас, тышта фото төштөк.
23.30. Юл арыттырған, керпектәр үҙҙәренән-үҙҙәре йомола. Уңайлап урынлашып, ултырғыстарҙы яйлап алғас, күптәр йоҡоға талды.
Беҙ барған М5 “Урал” федераль автомобиль юлы “Рус Детройтына” - данлыҡлы Тольяттиға алып инде (“ВАЗ” автомобилдәрен ошонда эшләйҙәр). Ҡаланың эсенән ике саҡрымдай үтеп, Волга йылғаһында ҡоролған Жигули ГЭС-ының бетон плотинаһына килеп мендек. Унда хәтәр!!!! Станция булғас тирә-яҡ яп-яҡты, электр утына сорналған. Юғары көсөргәнешле электр тапшырыу линияһы яр ситенән генә үтә, шуға ла уның тирәһе сәнскеле тимер-сыбыҡ менән уратылған. Күҙҙе лә айырып булмаҫлыҡ мөһабәт индустриаль пейзаж үҙенән-үҙе һоҡланыу тыуҙырҙы.
Аҙаҡтан трасса бейек Жигули тауҙарға үрләне. Барыбыҙға ла таныш автомобиль исеме ошо тауҙарҙың исеменән алынған икән.
Хәйерле төн, юлдаштар! Водителдәребеҙгә - Марс Мираҫ улы һәм Рәмил Йәсәүи улына сабырлыҡ теләйбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға