«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Газетанан тегелгән кейемдәр"



23.06.2016 "Газетанан тегелгән кейемдәр"

 "Газетанан тегелгән кейемдәр"
 "Газетанан тегелгән кейемдәр"
Сибай ҡалаһының "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында "Газетанан тегелгән кейемдәр" байрамы үтте.
Шарты буйынса балалар ата-әсәләр менән бергә төрлө газета-журналдарҙан кейем эшләп килергә тейеш ине. Азалия ҡыҙым менән беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ.
Костюм реклама гәзиттәренән һәм "Сад-огород" каталогынан эшләнде. Елем, скотч, степлер ҡулландыҡ. Шулай был эште башҡарыуҙа Айгөл һеңлемдең ҡатнашлығы ҙур. Уның ярҙамы булмаһа йырып сыға алмаҫ инек.

Тәрбиәселәргә, балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Йәнтүринаға, физинструктор Гөлнара Ниғәмәтоваға, музыкаль етәксе Илгизә Алчиноваға шундай матур байрам үткәргәндәре өсөн ҙур рәхмәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға