16.06.2016 Бүләк лайыҡлыны үҙе таба
Был аҙнала «Аҙна һайын – бүләк!» конкурсының еңеүсеһе – Ҡырмыҫҡалы районының Алайғыр ауылынан Әлфиә Ирмәкова. Ул гриль өсөн яйланма менән бүләкләнә.
Гәзит уҡыусыбыҙ: «Мин – Учалы ҡыҙы. Ошо Ҡырмыҫҡалы районында төпләнеп, 36 йыл мәктәптә эшләнем. Әле хаҡлы ялдамын. Мәсеткә йөрөйөм, клубта үткән кисәләрҙә ҡатнашам, район гәзитенә яҙышып торам. «Йәшлек» гәзитенән йәш саҡтан бирле айырылғаным юҡ», – тип үҙе тураһында яҙып ебәргән.
Беҙҙең тоғро уҡыусыбыҙ булараҡ, бүләк тә һеҙгә лайыҡлы эләкте, Әлфиә апай!
Бәйге июнь аҙағына тиклем дауам итә. Бүләктәр «Йәшлек»кә яҙылыусыларҙы көтә.