16.06.2016 Совет машиналары моделдәрен барып күрегеҙ!
Республика юлдарын гиҙгән, ләкин 2007 йыл тирәһендә ҡапыл юҡҡа сыҡҡан “Икарус”, “ЛиАЗ”, “ПАЗ” автобустары, миллиондарса тонна йөк ташыған, кешеләрҙе уттан ҡотҡарған данлыҡлы “ЗиЛ”дар, СССР-ҙы автомобилгә ултыртҡан Тольятти заводы машиналары, Афғанда, Чечняла һуғышҡан “Урал”дар, ГАЗ-66-лар, “тиҙ ярҙам”дың “Рафик”тары, “ГАЗел”дәре – барыһы ла Сибай музейында!
Бөгөн Сибай ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Унда коллегабыҙҙың – хәбәрсе Айбулат Ишназаровтың күптәнге шөғөлө – совет автомобилдәренең масштаблы модель-копиялары, юбилейлы тимер аҡсалар һәм СССР значоктары күрһәтелгән.
Күргәҙмә ике аҙна дауамында эшләйәсәк.