10.06.2016 Фирҙәүес инәй шешлек бешерәсәк
Был аҙнала «Аҙна һайын – бүләк!» уйынында бәхет Учалы районының Учалы ауылынан 85 йәшлек Фирҙәүес Солтангәрәй ҡыҙы Ғималетдиноваға йылмайҙы.
Ул шешлек ҡыҙҙырыу өсөн йыйылмалы мангал менән бүләкләнә. «Йәшлек» гәзитен йыл һайын алдырып уҡып торам. Район гәзитенән дә гел приздар отам. Быйыл матбуғатҡа яҙылыу тураһында квитанциямды һеҙгә ебәрергә булдым», – тип яҙған инәй. Даланығыҙ бар икән!
Бүләкте килеп алыу өсөн паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәһе кәрәк буласаҡ.
Конкурс июнь аҙағына тиклем дауам итә.