«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Килдеғолдар изге Рамаҙан айында мәсет төҙөй башланы



09.06.2016 Килдеғолдар изге Рамаҙан айында мәсет төҙөй башланы

Килдеғолдар изге Рамаҙан айында мәсет төҙөй башланы Изге Рамаҙан айы Бөрйән районы Килдеғол ауылы халҡына ҡыуаныслы яңылыҡ килтерҙе. Беренсенән, ауылдаштар изге айҙа игелекле ғәмәлдәр эшләп ураҙа тотһа, икенсенән, мәсет төҙөлә башланы.
Мәсет - мосолмандар өсөн изге йорт. Тыуған ауылыбыҙҙа иман йортон төҙөү идеяһын үткән йылда Вил Яхин күтәреп сыҡҡайны. Һәр ихатанан аҡса йыйып, күмәк көс менән 25 мең һум аҡса тупланды. Ауылдаштарыбыҙ ярҙамы менән уға бура үткән яҙҙа буралып ҡуйылғайны.
Был йортто төҙөүҙең төп ойоштороусылары – Вил Яхин, имам-хатиб – Вәкил Көмөшбаев. Мәсет үҙидаралығының (мәхәллә) 16 ағзаһы бар. Уларҙың һәр береһенә тәғәйен бурыс йөкмәтелгән. Әлеге мәлдә нигеҙ һалыу эштәрендә мәхәллә ағзалары - Ильяс Баязитов һәм Кузиморат Үмәров етәкселек итә.
Изге айҙа ауылдың күркәм урынында иман йортона нигеҙ ташы һалына ла башланы. Был эштә Урал Яхин һәм Марс, Фидан һәм Әлфир Миндеғоловтарҙың ярҙамы бик ҙур.
Кәрим Исҡужин мәсеттең бураһынан ҡалған ағасты эшкәртеп һатып, 5 тонна цемент алып ҡайтты, Ринат Ҡунафин һәм Илдус Билалов бетон иҙгес менән тәьмин итте, Гөлсинә Ҡунафина сөй һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы осһоҙ хаҡҡа, йә бушлай бирҙе.
Зөлфәр Мөхәмәтйәнов, Рафиҡ Исҡужин һәм Айрат Билалов шәхси тракторҙары менән, ә Радик Ҡасимов һәм Роберт Мәхмүтов «Урал» колхозы техникалары менән ҡырсын ташыны, ә Нияз Яхин ҡырсынды тейәп торҙо.
Оло эште башлағандан алып һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороусыларҙың булыуы ҡыуаныслы. Рәйлә Миндеғолова һыуға сарсап йөрөгән эшселәрҙе минераль һыу менән һыйлаған. Радик Ҡорманғолов буш ваҡытында эшселәргә ярҙам итешергә һәр саҡ әҙер. Уҡыусы балалар ҙа, каникул тип тормай, таш тейәшеп тырышлыҡ күрһәтә.
Шулай ҙа әле башҡараһы эштәр бик күп – мәсеттең стеналарын күтәрергә, башын ябырға, манараһын төҙөргә, эске эштәре һ. б.
Килдеғолда төҙөләсәк яңы мәсет ауыл халҡын иман нурҙарына ҡойондороп, тик тура юл ғына күрһәтеп торасағына өмөт ҙур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға