«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Халҡым менән ғорурланам”



07.06.2016 “Халҡым менән ғорурланам”

“Халҡым менән ғорурланам”Һуңғы ваҡытта Силәбе өлкәһендә йәшәүсе талантлы йәштәр үҙҙәренең ижады менән ысын мәғәнәһендә Башҡортостан халҡына үрнәк күрһәтә. Береһенән береһе сағыуыраҡ йырсылар сифатлы клиптары, заманса яңғырашлы, илһөйәрлек рухында һуғарылған йырҙары менән эстраданы яулай. Төрлө бәйгеләр, форумдар ойошторола. Һуңғы арала “Яҙғы төндә”, ”Ватандаштарыма”, ”Йәшлек” йырҙары менән киң аудиторияны ҡыҙыҡһындырған Мәҙинә МӘЖИТОВА менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Башҡорт телендә йырлаусы Силәбе ҡыҙы ҡасандан йыр сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башланы?
– Силәбе ҡалаһында тыуһам да, 17 йәшкә тиклем беҙҙең ғаилә Ҡыштым ҡалаһында йәшәне. Мин йыр донъяһына илткән тәүге аҙымдарымды тап ошо ҡалала башланым да инде: музыка мәктәбенең хор класында белем алдым. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының педагогия бүлегенә уҡырға индем. Һөнәрем буйынса музыка уҡытыусыһы. Мин 4-се курста уҡығанда уҡ хеҙмәт юлымды башлағайным, хәҙерге ваҡытта ”Перспектива” балалар үҙәгендә эшләп йөрөйөм. Үҙем дүрт йәшемдән үк йырлайым, тараҡты микрофон итеп тотоп, көҙгө алдында йырлап маташыуым кисә генә булған кеүек. Һәм бөгөнгө көндә лә йыр тормошомдоң төп өлөшөн алып тора.
– Ата-әсәйең сәнғәт кешеләреме?
– Юҡ, атайым инженер, әсәйем һөнәре буйынса ветеринар. Сәхнәгә сыҡҡандары юҡ, әммә икеһендә лә йырға һәләт бар. Шуғалыр ҙа йырсы булыу теләгемә ҡарша төшөүсе булманы.
– Тәүге тапҡыр Башҡортостанда ҡасан сығыш яһаның? Ул мәлдә ниндәй тойғолар кисерҙең?
– Өфө сәхнәһенә 2013 йылда “Йәшлек–шоу” фестивалендә ҡатнашҡанда аяҡ баҫтым. Күптәр мине тәүге тапҡыр күрһә, йырҙарымды тыңлап белә ине. Шуға күрә ныҡ тулҡынландым, тере тауышҡа йырлағайным, бер аҙ ҡаушап та ҡалдым. Әммә тәүге йырым тамамланыу менән мине тамашасы көслө алҡыштарға күмде, һәм миңә милләттәштәремдең йылылығын, ихласлығын тойоу үтә лә рәхәт ине. Хәҙер ҙә Башҡортостанда сығыш яһарға яратам, бында үҙ тамашасымды таптым, тип ышаныслы әйтә алам.
– Башҡортса бала саҡтан һөйләшәһеңме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Тамырҙарым менән башҡорт булыуымды белһәм дә, 17 йәшкә тиклем мин тик рус телендә генә аралаштым. Әгәр ҙә Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре ойошмаһына йөрөүселәр менән танышмаһам, бәлки, ғүмер буйы шулай дауам итер ине. Улар менән аралаша башлағас, мин телде генә түгел, башҡорт халыҡ ижадын, йолаларын өйрәнергә тотондом. Үҙ халҡыма менән ғорурланыу тойғолары барлыҡҡа килде. Аллаға шөкөр, хәҙер туған телемдә ярайһы ғына иркен аралаша алам. Әйткәндәй, мәҙәниәт институтында уҡығанда, “Хазина” вокал ансамбленә йөрөп халыҡ йырҙарын да йырларға өйрәндем.
– Йырҙан тыш, нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһың?
– Ижад менән. Радик Гәрәевтың, Гөлсөм Бикбулатованың яҙмаларын тыңлайым. Унан тыш, бейергә яратам. Һуңғы ваҡытта үҙемде хореограф булараҡ та һынап ҡарай башланым. Үҙемә ҡалһа уңышлы сыҡҡан кеүек.
– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәрең бар?
– Беҙ бит иртәгә нимә булырын һис кенә лә әйтә алмайбыҙ. Шуға күрә ҙур хыялдарҙы бәйән итеп тормайым. Әлеге мәлдә йәй тураһында йыр яҙҙырғайным, уға клип төшөрөү менән мәжғүлбеҙ. Бәлки имиджды үҙгәртеп, яңыса ижад итә башлармын. Тик бер нәмәне яҡшы беләм: башҡорт телендә йырлауымды дауам итәсәкмен, яңы йырҙар ҙа буласаҡ.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға