03.06.2016 Бер ҡасан да атай була алмаясаҡ
Эскелек нимәгә генә килтермәй. Яңауыл районында йәшәүсе А., Себерҙән вахтанан ҡайтып, бер аҙна эсеп йөрөй. Урамда үҙе кеүек йыш ҡына «ҡыйыш һалырға» яратҡан әшнәһен осратып, бергәләп эсә башлайҙар. Байрам оҙаҡҡа бармай, ике дуҫ нимәгәлер һүҙгә килешә. Елкәһе һыу күтәрмәгән А., ҡыҙып китеп, балта менән С.-ның башына һуға һәм енес ағзаһын ҡырҡып ала. Әле йәрәхәт алыусы дауаханала ята. Элек тә хөкөм ителгән булған А.-ға ҡарата енәйәт эше асылған. Ирҙе иректә йөрөү ялҡытҡан, ахыры.