«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыр өйрәктәре теремек була



01.06.2016 Ҡыр өйрәктәре теремек була

Ҡыр өйрәктәре теремек була
Бөрйән районының Килдеғол ауылында йәшәүсе Йәмилә Билалова хәбәр итә:

- Бөгөн көпә көндөҙ бер ҡыҙыҡ хәл булды) Төш мәлендә сипылдаған тауышҡа йүгереп сыҡһам, ишек төбөндә генә сәскә түтәлендә 11 өйрәк себеше ултыра) Тәүҙә күршеләрҙеке тип уйланыҡ, тик эйәһен тапманыҡ. Аҙаҡ ҡыр өйрәктәре икәнен аңлап ҡалдыҡ. Шундай состар, шәп йүгерәләр, әллә ҡайҙа ырғыйҙар. Яңы атай менән әрәмәгә алып барып һыуға төшөрөү менән, үлән араһынан тауыш биреп әсәләре килеп сыҡты ла, балаларын эйәртеп юҡ булды.

Ҡыр өйрәктәре теремек була
Ҡыр өйрәктәре теремек була
Ҡыр өйрәктәре теремек була
Ҡыр өйрәктәре теремек була







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға