«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ ОСТО ПАРЫН ЭҘЛӘП...



30.05.2016 ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ ОСТО ПАРЫН ЭҘЛӘП...

ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ ОСТО ПАРЫН ЭҘЛӘП...
Кисә, 29 майҙа, яҙыусы, шағирә Рәйлә Назарғолова арабыҙҙан китте...
Бөгөн уны Ғафуриҙа, Бәйембәт ауылында ерләйәсәктәр

ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ ОСТО ПАРЫН ЭҘЛӘП...

Билдәле кеше китһә бер ҡайғы. Белгән кешең китһә икеләтә ҡайғы...
Рәйлә Назарғолова менән 2000 йылдарҙың башынан танышмын. Бер ваҡытта Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында ижадта ҡайнап, төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөнөк. Тура һүҙле, уйындағын ярып әйтә алған, ярҙамсыл, изге күңелле кеше ине...
Иң тәүге шиғри йыйынтыҡтарыбыҙ: уның - "Аҡҡош һағышы", минең - "Миләштәр"ем "Салауат вариҫтары" серияһында 2009 йылда бергә донья күрҙе. Был шатлыҡлы яңылыҡты миңә Рәйлә хәбәр итте. Мин ул ваҡытта Санкт Петербургта эшләй инем.
Стәрле төбәгенең күпме яҙыусыһының әҫәрҙәрен компьютерҙа йыйып бирҙе ул! Һанап бөткөһөҙҙөр. Төрлө йыйынтыҡтар сығарыуҙы башлап ҡына ебәрмәне, ә үҙе барлыҡ ҡара эшен атҡарыр ине.
Яҙырлыҡ, һөйләрлек иҫтәлектәр бик күп! Тик күпме һөйләмә, Рәйләне кире ҡайтарып булмай...
Тыныс йоҡла, ҡәләмдәшем! Ятҡан ерең йомшаҡ, иркен, тупрағың еңел булһын! Улың менән ҡыҙыңдың, туғандарыңдың ҡайғыһын уртаҡлашам...

#ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ# Мәүлит КӘРИМИ ижады







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға