«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хөрмәтле дуҫтар! "Йәшлек" кроссворды буйынса мөһим мәғлүмәт!



27.05.2016 Хөрмәтле дуҫтар! "Йәшлек" кроссворды буйынса мөһим мәғлүмәт!

Хөрмәтле дуҫтар! "Йәшлек" кроссворды буйынса мөһим мәғлүмәт! Киләһе аҙнанан яуаптар шаршамбынан ҡабул ителә башлаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, райондарға гәзит һуңлай, дүшәмбе-шишәмбелә генә барып етә. Ҡалған шарттар шул уҡ ҡала. Иғтибарлы булығыҙ!

Кроссворд яуаптары ара­һында “у” хәрефе булған нисә һүҙ барлығын асыҡлап, дежур телефонға (8-965-923-20-00) тәүге булып хәбәр итеүсене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 150 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шаршамбыла иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә.
Гәзитебеҙҙең 20-се һа­нында сыҡҡан сканвордтың паролен беренсе булып ебәреүсе Учалынан Тәғ­зимә ӘХМӘТШИНА еңеүсе тип билдәләнде, пароль – “телескоп”.
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Илүзә Таймаҫова, Хәйбул­ланан Рәжәп Хәсәнов, Кү­гәр­сендән Венера Шә­йәхмәтова, Бай­маҡтан Ве­нера һәм Рәмил Айыт­ҡоловтар ебәргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға