«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә



24.05.2016 Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә

Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерәБылтыр "Йәшлек" гәзите хәбәрселәре Баймаҡ районының Өмөтбай ауылына барып, "Йәшлек"- фараз" конкурсында еңгән Азамат Ғүмәровҡа бүләк тапшырғайныҡ. Бер юлы ауылдың мәсетен дә байҡаныҡ. Тик, килгән мәлебеҙ яҙға тартып торғас, иман йортонда өм әэшләшә алманыҡ. Бының турала Баныу Ҡаһарманова ошолай тип яҙҙы: "Етмәһә, ниәтләнгән эшебеҙ ҙә атҡарылмай ҡалды: ең һыҙғанып тороп мәсеткә обой йәбештерергә уйлағайныҡ та, стеналарҙың дымлы икәнен күреп, эште туҡтаттыҡ. Юғиһә бөгөнгө көндө мәсеткә ремонт яһалып бөтөр ине – шул тиклем, эш, тип һыуһап килгәйнек, ауыл халҡының ҡунаҡсыллығынан ҡыҙғайныҡ…"

Өмотбайҙар Өфө ҡунаҡтарына өмөтләнмәй, үҙҙәре лә дәррәү эшләй. Ауыл китапханасыһы Әнүзә Мәжитова ошолай тип яҙа:

- Кисә Өмөтбай мәсетенең стенаһына обой йәбештерә башланыҡ. Зилә Һағынбаева, Зөлфиә Латыпова, Нәғимә Ғүмәрова, Люциә Үтәбаева, Сания Ҡотлогильдина, Әнүзә Мажитова, Фәриҙә Нәжметдинова күмәкләшеп эшләнек. Магнитогорск ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған ауылы өсөн янып йөрөүсе Фәриҙә апайһыҙ беҙгә эшләүе бик ҡыйынға тура килер ине. Йәшел обой мәсеткә йәм өҫтәне.
Бөгөн (йәғни 24 май ҙа) өмә дауам итәсәк. Баймаҡта эшләүсе ауылдашыбыҙ ебәргән мебелгә, люстраға ҡыуандыҡ. Ошо мәсеткә ярҙам иткән, эшләшкән барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә Хоҙай именлек бирһен.
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә
Өмөтбайҙар мәсет төҙөй! Апайҙар обой йәбештерә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға