«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” аэропортына – Муса Гәрәев исеме



23.05.2016 “Өфө” аэропортына – Муса Гәрәев исеме

“Өфө” аэропортына – Муса Гәрәев исемеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты шундай тәҡдим менән сыҡты – “Өфө” халыҡ-ара аэропортына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Муса Гәрәевтың исемен бирергә.

“Бөйөк Ватан һуғышы батырының исемен ошо рәүешле мәңгеләштереү мәсьәләһендә халыҡ фе­керен белеү ҙә бик мө­һим”, – тип белдерҙе ҡо­рол­тай башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишем­ғолов.
2019 йылда республиканың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тула. Шул датаға бәйле, 100 башҡорт шәхесенең исемен район-ҡалаларҙа мәңгеләштереү, ар­ҙаҡлы башҡорттар тура­һында китап сығарыу ниә­те бар. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты Башҡор­тостан халҡының шәхестәр буйынса тәҡдимдәрен дә белергә теләй.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға