«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!



19.05.2016 Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Райхана Булатова хәбәр итә:

Кешеләрҙең тәбиғәтте шул тиклем ҡыйлауына күңел әрней, йән әсей! Баймаҡ районының Билал - Күгиҙел ауылдары араһында ҡыйлыҡ бар. Күптәребеҙ билдәләнгән ҡый түгеү урынына барып етмәйенсә, арба - арба итеп юл ситтәренә түгеп китә. Нисек аҙ булһа ла оялмайһығыҙ һуң, һеҙ? Беҙ, мәҙәниәт, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл старостаһы, депутаттар, Билал ир - егеттәре ошо урында экологик өмәгә сыҡтыҡ. Күптәре үҙҙәренең тракторҙарын эшкә екте. Исемләп яҙмайым, исемдәрҙе төшөрөп ҡалдырып, кемдәрҙелер үпкәләтеүҙән ҡурҡам. Ауылдаштар, тәбиғәткә шул тиклем битараф булмайыҡсы! (Был фотола өмәгә тиклемге фотолар)
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!



Ә был фотола өмәнән һуңғы фотолар. Хөрмәтле ауылдаштар, һеҙ ошо фотоларҙа айырма күрәһегеҙҙер! Етәрегеҙ, үҙ еребеҙҙең патриоттары булайыҡсы! Ошо ерҙә бит үҙебеҙҙең малдар йөрөй, ошо урындан күрше Күгиҙел ауылына юл үтә. Ә ауылға бит кем генә килмәй, юлдан кем генә үтмәй! Битараф булмайыҡ! Матурлыҡ, таҙалыҡ булған ерҙә иман да, тәртип тә бар!

Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!
Билалдар, үҙебеҙ ашаған табаҡҡа төкөрмәйек әле!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға