«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Аҡса булһа бер муҡса…» бөрйәндәрҙең күңелен әсир итте

18.05.2016 «Аҡса булһа бер муҡса…» бөрйәндәрҙең күңелен әсир итте

«Аҡса булһа бер муҡса…» бөрйәндәрҙең күңелен әсир иттеКисә (17 май) Бөрйән районы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актерҙары, билдәле драматург Мөҙәрис Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса…» исемле музыкаль комедияһын ҡуйҙы.
Нәғим Нурғәлин, Алтынай Юнысова, Шәһит Хамматов, Гөлнара Сабитова, Зөлфәр Әхмәтов, Гөлбинә Сафуанова, Салауат Юлдашбаев, Радмир Абдуллин, Илнур Лоҡманов, Шәһит Хамматов, Рәмзил Сәлмәнов башҡарыуындағы һәр герой барыбыҙҙың да күңелдәрҙең аҫтын-өҫкә килтереп, хыялдар донъяһында йөҙҙөрөп, күңелдәрҙе елкендереп, уйландырырға мәжбүр иткәндер тигән ышаныстамын. Йәштәр һәләтле, талантлы, тип әйтке килә. Образ өҫтөндә бик тырышып эшләгәндәр, ҙур көс һалғандар.
Спектакль башынан аҙағынаса тамашасының рәхәтләнеп көлөүе менән бергә үрелеп барҙы. Был тамашала халыҡтың аҙ булыуы ғына кәйефте төшөрә биргәйне, улар ҡайһындай матур минуттарҙан мәхрүм булып ҡалдылар. Быға хәтлем күпме спектаклдәрҙә йөрөһәм дә, шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм күңелгә үтеп ингәнен осратҡаным булмаған икән.
Ошондай ҙур күләмле эште атҡарып сыҡҡандарҙың һәммәһенә лә “Афарин!” тип әйтке килә. Сағыу костюмдар, моңло йырҙар, шаян бейеүҙәр, урынлы юмор, актерҙарҙың ролдәрҙе оҫта башҡарыуы һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.

«Аҡса булһа бер муҡса…» бөрйәндәрҙең күңелен әсир итте

Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға