10.05.2016 Салауат районы Юлай ауылы халҡы батырҙар рухына арналған обелиск ҡорған
Еңеү көнө алдынан Салауат районы Юлай ауылы халҡы бик ҙур эште атҡарып сығарҙы. Улар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск эшләне.
Был изге эш тулыһынса ауыл халҡы көсө менән башҡарылды. Афған һуғышы ветерандары рәйесе Рөстәм Хөснуллин һәм Абдулхай Юнысов тәҡдим иткән был изге эште,бөтәһе лә күтәреп сыҡты. Тиҙ арала халыҡ эшкә тотондо. Ринат Мөхәмәтшин, Нурғәли Ғәйнетдинов, Илгизәр Ғилманов, Сәмиғулла Баһауетдинов, Альфред Мөхәмәтшин, Илдар Садиҡов тырышып эшләне.
Ситкә күсеп киткән ауылдаштарыбыҙ ҙа изге эштән тороп ҡалманы. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Эльмира Хәмитова таҡтаташ өсөн 20 мең күсерҙе, бер туған Кәлимуллиндар ҙа спонсор булды. Йондоҙҙарҙы Юлай ауылында тыуған, әлеге көндә Силәбе өлкәһе Усть-Катав ҡалаһында йәшәүсе Юрий Мөстәҡимов эшләне. Изге эштән ситтә ҡалмаған барлыҡ ауылдаштарға ла рәхмәт әйтке килә.
Обелискты асыу тантанаһы беҙҙең бәләкәй генә ауыл өсөн бик күркәм сара булды. Был байрамды үткәреүҙә ярҙам итмәгәндәр булманы тиһәк тә дөрөҫ булыр. Матур байрам табыны әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ла рәхмәт әйтер инем.