«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡты иҫтәлеге генә ҡалды (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)



28.04.2016 Яҡты иҫтәлеге генә ҡалды (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Яҡты иҫтәлеге генә ҡалды (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Чернобыль атом электр станцияһы һәләкәтенең эҙемтәләре ҡот осҡос: әгәр ҙә ликвидаторҙар үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтмәһә, атом ғәрәсәтенән зыян күреүселәр тағы ла күберәк булыр ине. Радиациянан зарарланған биләмәләрҙе таҙартыу буйынса илебеҙ төбәктәренән хәрбиҙәр, тәртип һаҡсылары менән бер рәттән, төрлө һөнәр эйәләре лә йәлеп ителә. Баймаҡ районының Темәс ауылы егете Айрат Ғәйнетдин улы Шәмсетдинов водитель булып эшләп йөрөгәнендә Асҡар ауылынан 1986 йылда Чернобылгә ебәрелә. Алты ай эшләп, май айында ғына ҡайта.

Улар ярты йыл авария булған ерҙә ер өҫтөн зарарлы ҡалдыҡтарҙан таҙартыу эше менән була. Машиналарға тейәп, радиациялы тупраҡты, емереклектәрҙе радиацион ҡәберлектәргә оҙатыу бурысы йөкмәтелә.
Киоск, магазиндарҙы таҙартҡанда ул йылдарҙа магазин кәштәләрендә һирәк осраған ҡуйыртылған һөт, консервалар­ҙы ҡый урынына түгә инек, тип һөйләүен иҫләй ҡатыны Нәйлә Сабир ҡыҙы. Өйҙәр әле генә кеше йәшәп, ваҡытлыса сығып киткән кеүек була. Өҫтәлдәрҙә һауыт-һаба, ризыҡ. Айрат Ғәйнетдин улы әле генә тулы ҡанлы тормош ҡайнағандан һуң хәҙер ҡәберлектәрҙе хәтерләткән йорттарҙы емереп түгеүҙәрен әсенеп иҫләр булған.
Айрат ағай ғаиләһенә хат та яҙып торған икән. Ундағы мәхшәрҙең барыһын да хат аша белеп торҙоҡ, ти Нәйлә апай.
Иң тәүгеләрҙән булып Чернобылгә барған ликвидаторҙарҙың күбеһе хәҙер иҫән түгел. Нурланыш алыу Айрат Ғәйнетдин улы өсөн эҙһеҙ үтмәй. Бынан ике йыл элек, 66 йәшендә ҡаты ауырыу­ҙан, һул яҡ бөйөрөндә яман шеш барлыҡҡа килеүҙән, мәрхүм булып ҡала.
Ғүмеренең һуңғы көнөн үҙ ҡулы менән эшләгән (ауырыуына ҡарамаҫтан!) бүлмәһендә ҡаршылай.
– Тормош иптәшем алтын ҡуллы ине, эш һөйөүсән, алсаҡ булды… Их, ошо Чернобыль ҡазаһы булмаһа, ғүмерен аяныслы сир өҙмәҫ ине, – тип хәтерләй Нәйлә ханым. – Олатаһы ейәненең уңыштарына ла ҡыуанып бөтә алмаҫ ине.
Арыҫлан Солтанов ҡумыҙҙа уйнай, йырлай, лауреат исемен дә алып өлгөргән.
Нәйлә апайҙың Чернобыль ликвидатор­ҙарының хеҙмәтен дәүләтебеҙҙең онотоуына йөрәге әрней. Шифаханаларға дауаланыуға бушлай путевкалар бирелмәүенә борсола.
Тағы бер үпкә һүҙен еткермәй булмаҫ, мәрхүмде ерләүҙә лә, һәйкәл ҡуйыуҙа ла урындағы хәрби комиссариаттан ярҙам булмауы ла әсендерә мәрхүмдең хәләл ефетен.
Шәмсетдиновтар 41 йыл иңгә-иң терәп, татыулыҡта, туғандарын ҡыуандырып, дуҫ-иштәрен һоҡландырып йәшәп ҡала. Бер ул менән бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Нәйлә апай өсөн ошонан да оло бәхет булмағандыр… Тик барыһын да иҫләп һөйләргә генә ҡалыуы аяныс.
Нәйлә апай менән һөйләшкән арала ғаилә альбомына күҙ һалабыҙ, йәш, матур саҡтарына һоҡланабыҙ. Айрат ағай­ҙың сәхнәләрҙә төшкән фотолары альбомдарын йәмләп, ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.
Айрат Ғәйнетдин улы менән бер ойошмала эшләргә тура килгәйне. Уның коллективта абруйлы булыуын, хөрмәт ҡаҙанып эшләүе лә иҫемдә ныҡ ҡалған. Халыҡ заседателе булып эшләүен, коммунист булыуын да онотмайҙар. Ансамблдә йырлап йөрөүен дә, оҫта баянсы булыуын да Әбйәлил халҡы оҙаҡ йылдар иҫләр, моғайын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға