«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... 22 апрель



26.04.2016 Ә беҙҙең ауылда... 22 апрель

Ә беҙҙең ауылда... 22 апрельБыл аҙнала беҙ Мәләүез, Көйөргәҙе, Хәйбулла райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Нәғимә ҒӘЛИЕВА, Мәләүез районы, Ергән ҡасабаһы:
– Аллаға шөкөр, быйыл да яҙ етеп, иҫән-һау ғына ҡоро ергә аяҡ баҫтыҡ. Ҡыуанғаным шул: беҙҙең баҫыуҙарҙа тракторҙар геүләп эш башланы. Быйыл яҙ иртәрәк килгәнлектән, ҡыр эштәренә лә алдараҡ тотондолар. Ауыл хеҙмәтсәндәренә уңыштар теләйек. Эш бар икән, аш та булыр.
Бер теләгем бар: беҙҙең генә ҙур ауылға ҡағылмай был, барыһына ла әйтергә теләйем, әйҙәгеҙ, йәмәғәт, үҙ еребеҙҙе үҙебеҙ ҡәҙерләп, һаҡлап, яратып йәшәйек. Ҡар иреү менән ер өҫтөнә күпме бысраҡ, сүп-сар килеп сыҡты! Барса кеше үҙ ихатаһын, хужалығын йыйыштырырға тотондо. Шул саҡта урам, туғай, урмандарҙың таҙалығын да онотмайыҡ. Шөкөр, шәмбе өмәләре үтә. Тик артынса уҡ бысратыусылар ҙа табыла. Быйыл үҙебеҙгә Таҙа урам, Таҙа яр йәки Таҙа ял йылы тип иғлан итәйек тә, ҡайҙа барһаҡ та, артыбыҙҙан тик тәртип, таҙалыҡ ҡалдырайыҡ.

Урал ҠӘЙҮПОВ, Көйөргәҙе районы:
– Ошо көндәрҙә районда матур йолаға әйләнгән, даими уҙғарылып килгән “Театр яҙы” конкурсы тамамланды. Ике ай дауам иткән ижади ярыш­ҡа Яҡшембәт ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған ҙур гала-концертта йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә һәм һаны арта бара.
Быйыл ижади ярышта 14 коллектив үҙ оҫталығын күрһәтте. Гран-при – Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йортоноң “Йәдкәр” үҙешмәкәр артистар коллективында. Илкәнәй, Яңы Мораптал, Абдул, Павловка ауылдары сәхнә оҫталары ла уңышҡа өлгәште. Ә балалар төркөмдәре ярышында таймаҫтар, ялсыҡайҙар, бөгөлсәндәр еңеүсе тип табылды.

Рәмилә ФӘЙЗУЛЛИНА, Хәйбулла ра­йоны, Аҡъяр ауылы:
– Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге “Ағинәйҙәр”, “Аҡһаҡалдар” һәм китапхананың иң әүҙем китап уҡыусылары менән берлектә “Халыҡ аҡылының аҫыл ынйылары” тигән мәҡәл-әйтем ярышы ойошторҙо.
Мәҡәл – һүҙ сәнғәтенең аҫыл өлгөһө, аҙ һүҙ менән тәрән фекер, өгөт-нәсихәт биреүгә ҡорол­ған тапҡыр һүҙле ижад төрө. Майҙан тоторға 1-се һәм 2-се Аҡъяр урта мәктәбе уҡыусылары йыйылды. “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Менәүәрә Бо­харбаева: “Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ”, – тип, ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
Ярышта мәҡәлдәрҙе дауам итеү, реклама, антиреклама булараҡ ҡулланыу, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен уйнап күрһәтеү, ым-ишара менән аңлатып биреү кеүек һынауҙар тәҡдим ителде. Һәр команда ла һоҡланғыс сығыш яһаны. “Ил төкөрһә, күл була”, “Бала уңһа ғына – бала, уңмаһа – бәлә” тигәндең мәғәнәһен артистарса оҫта уйнап күрһәттеләр.
Һәр команданан иң күп мәҡәл белеүсе асыҡланды. Бына улар – 1-се урта мәктәптән Байморат Моратов, 2-се мәктәптән Лиана Ҡыҙрасова.
“Аҡһаҡалдар” ҡоро етәксеһе Әйүп Атанов, “Таш менән атҡанға – аш менән ат” мәҡәленә таянып, тормошондағы фәһемле ваҡиғалар тураһында һөйләһә, Рәйсә Фәхри ҡыҙы “Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” мәҡәленең мәғәнәһен асыҡлап үтте. Шулай уҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан, “Башҡорт халыҡ ижады”ның мәҡәлдәр һәм әйтемдәр китабына таянып, “Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ” тип аталған китап һәм виртуаль күргәҙмә ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға