«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Техниканы нисек итеп радиациянан һаҡлағандар? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

25.04.2016 Техниканы нисек итеп радиациянан һаҡлағандар? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Техниканы нисек итеп радиациянан һаҡлағандар? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Алдан әйтеп үтебеүбеҙсә техниканың тимере радиацияны туплай, һеңдерә. Уны һепереп, йыуып бөтөрөп булмай. Машинанын кабина тимере иплап кена бета, гамма нурланыш бирә, уны дозиметр ғына күрә. Кеше белмәй шул машинаға ултырып йөрөһә тиҙ генә яман шешкә - рак ауырыуына бирешә, һаулығы ҡаҡшай.
Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан техниканы йөрөтөүселәр тәүҙә радиацияның нимә икәнен әллә ни аңлап та етмәгән. Аҙаҡ ҡына үҙаллы уҡып-ишетеп һәм күбеһенсә кеше әйткәнен тыңлап ҡына ышыҡланыу саралы ҡуллана башлағандар. Радиацияның айырыуса ир-егеттең түл көсөнә – потенцияға айырыуса ныҡ зыян килтереүен әйтеү етә – үҙ-үҙенә дошман булмаған шофер барыбер берәй нәмәһен уйлап сығарасаҡ. Ул йә “КаМАЗ”ының ишегенә ҡурғаш ҡуясаҡ, йә шартлаған блок янына бармаҫҡа тырышасаҡ.
Иң хәүефлеһе - радиоактив өлөшсәләр тупланған саң. Машина үтеп китә – саң өҫкә күтәрелә һәм ауыҙ-танауы асыҡ кеше уны һулап зарарлана.
Саркофаг янында эшләгән бульдозерҙарҙың кабиналарын тыштан ҡурғаш менән ҡаплап, эскә һауаны ФВУ-фильтрлы елләтеү ҡоролмаһы таҙартып ебәргән. Тап шул урында эшләгән “КрАЗ” үҙбушатҡыстарына һәм водителдәренә иң ауыр эштәр йөкмәтелгән.

Май-июнь айҙарында Советтар Союзының ҡайһы бер предприятиеларына радиоактив бысраныу шарттарында эшләүсе техника етештереүгә фарман бирелә.
Таджик АССР-ының Чкаловск ҡалаһындағы ЧАЗ заводы үҙенең “Таджикистан” автобустарын ЧАЭС янында эшләр өсөн үҙгәртеп ҡора. 50-гә яҡын "свинцобус" йәки “свинобус”ҡа - салон иҙәненә, ян-яҡҡа ҡурғаш пластиналар ҡуйылғас шулай тип мыҫҡыллап йөрөткәндәр – ФВУ ҡоролмаһы ҡуйылған, ултырғыстар һаны 20 кеше ташырлыҡ ителгән, кузов ектәрен тығышлап, герметик һыланған.
Львов автобус заводы ЛАЗ да үҙенең 965-се моделен үҙгәртәп ҡора. ЛАЗ-692 автобусының тәҙрәләренә ҡурғаш ҡуйыла, ҡыйыҡта люк алып ташлана, салон артындағы двигатель өҫтө кәртәләнә, ФВУ ҡуйыла.
МАЗ 504В эйәрле тягачы. Водитель махсус ҡурғаш капсула эсендә удтыра. Тәҙрәһе – ҡурғашлы һәм радиация үткәрмәй. Ныҡ ауыр булғанған күрә һул яҡ рессоралары ныҡытылып эшләнгән.
Ә бына Кременчуг автомобилдәр заводының ябай үҙбушатҡыстары менән бер рәттән ошондай монстрҙар - КрАЗ-256Б1-030 ҙа ЧАЭС янында эшләй. Водитель бер үҙе бронялы ҡоростан эшләнгән капсула эсендә ултыра һәм 4 сантиметр ҡалынлығында һәм ҡағыҙ бите ҙурлыҡ ҡына дәүмәлдәге гәлсәр быяла аша ҡарай. Капсулаға ингән һауаны ФВУ ҡоролмаһы таҙарта.
Ҡыҫҡаһын әйткәндә ЧАЭС фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүгә бар ил үҙ көсөн һала. Кешеләр менән бер рәттән техникаға бик ауыр һынауҙар тура килгән.

Техниканы нисек итеп радиациянан һаҡлағандар? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға