«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡ



21.04.2016 23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡ

23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡИртәнән һуң, 23 апрелдә башҡорт телендә буласаҡ региональ диктантты популяр диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡыясаҡ.

Ә ниндәй әҫәрҙән өҙөк диктант итеп һайланасағын ойоштороусылар сер итеп тота.

Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция. Унда теләгән һәр кеше ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел. Диктант яҙғанда үҙе күрһәткән псевдоним йәки серле һүҙе буйынса БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтынан һөҙөмтәләрҙе ҡарарға була.

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 23 апрелдә сәғәт 10-да БДУ-ның төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01, 02-се аудиториялар) һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдарында, республиканың юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа ойошторола.

Белешмә өсөн телефондар (347) 272-33-82; 273-82-72.

Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтына инеп, диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға