«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бейек баһадирҙар - крандар (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

21.04.2016 Бейек баһадирҙар - крандар (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Бейек баһадирҙар - крандар (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Бөгөн яҙманы Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләре бөтөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән механик ярҙамсылар – крандарға бағышлайым. Улар менән төҙөлөш материалдарын тейәп-бушатҡандар, ” 4-се блокты ҡаплаған саркофаг өлөштәрен күтәреп монтажлағандар.

Порт крандары – ликвидаторҙарҙың тәүге ярҙамсылары
Станция һәм атомсылар ҡалаһы Припять йылғаһы буйында урынлашҡан. Шуға күрә лә унда баштан йөк порты эшләгән, пассажирҙар өсөн пристань дә булған. Авариянан һуң баржалар ярҙамында ҡом, балсыҡ, бетон, ҡырсынташ килтергәндәр. Уларҙы ошондай порт крандары бушатҡан. Бындай техника бер нисә данала булып, берәүһе һыуҙа йөҙә алған.

“Демаг”тар радиацияға бирешмәгән
Ә бына “яу яланында” - 4-се емерек блокты саркофаг менән ҡаплау өсөн Советтар Союзы Германиянан, атап әйткәндә ФРГ-нан “Демаг” маркалы өс кран һатып ала.
Июнь айы аҙағына Тетерев тимер юл станцияһына “Демаг”тар тейәлгән платформалар килә башлай. Крандарҙын завод номерҙары 41016, 41020, 41021 була һәм уларҙы артабан хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп “16-сы”, “20-сы”, “21-се” тип йөрөтә башлайҙар.
Станциянан ситтә бер саҡрым арала «Спецмонтажмеханизация» трестының МСУ-116 идаралығы крандарҙы йыйып ҡора. Был бик ауыр эш була – бер крандың ғына бар узел-деталдәрен алып килеү өсөн 32 платформа - бер тимер юл составы талап ителгән. Бер “Демаг”тың дөйөм ауырлығы 1200 тонна тәшкил иткән. Өҫтәүенә майҙансыҡта юғары радиация фоны һаҡланған.
Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, монтажсылар ҡуйылған бурысты ваҡытынан алда үтәй һәм 21 июлдә тәүге “Демаг” - 16-сы кран үҙаллы блок янына юллана.
16-сы крандың 500 тонна ауырлыҡ күтәрә алған һәм уның суперлифты булмаған. 20-се һәм 21-се кран суперлифт (йөк күтәргәндә, стреланы артҡа һөйрәгән махсус йөк - противовес) менән бергә эшләгән һәм 650-шәр тонна йөккә иҫәпләнгән. 16 менән 21 крандары энергоблок яғында урынлашып, саркофагтың төп деталдәрен күтәргән. 20-се кран машиналар залы яғында эшләгән.
Саркофаг янында булған крандар видеокамералар ярҙамында эшләгән. Крансыларға алыҫтан ҡарап идара итеүе бик ауыр булған. “Демаг”тарҙың көйлө эшләүе Дәүләт комиссияһы тарафынан айырыуса ныҡ тикшерелгән.
Төндә эшләгәндә крандарға ДКБА аэростаты ярҙамға килгән. Ул 40 кВт ҡеүәтендәге лампалар күтәреп, майҙансыҡты яҡтыртҡан.
Әйткәндәй, аҙаҡтан “Демаг”тарҙың яҙмышы төрлө була. 16-сы кран 1987 йылда Ленинград АЭС-ына оҙатыла, әле ул Екатеринбург ҡалаһында. 20-се крандың ярҙамсы стрелаһы емерелгәс уны үҙгәртеп ҡороп һүтәләр. Әлеге мәлдә ул Канадала эшләй. 21-се кран әле Прибалтика илдәренең берәүһендә тотола.
“Демаг”тар менән бер рәттән саркофаг төҙөүҙә “Либхерр” телескопик крандары ҡулланылған. Улар оло “Демагтарҙы” ҡорошҡан, 3-сө блок ҡыйығын радиоактив сүп-сарҙан таҙартҡан.
Әлеге мәлдә “Яңы арка” проектында “Manitowoc” фирмаһының ҡарышлауыҡлы крандары ҡулланыла.

Чернобыль “батискафы”
“Демаг” крандары бик ауыр шарттарҙа эшләгән. Ҡаты радиация аҫтында эшселәр терәк деталдәрҙе янғындан, шартлауҙан емерелгән ышанысһыҙ конструкцияларға һалып нығытҡан.
Бына фотола ҡыҙыл һыҙат менән махсус капсула - батискаф күрһәтелгән. Ҡоролманың корпусы ҡорос һәм ҡурғаштан, иллюминатор тәҙрәләре – махсус ҡурғашланған һәм радиация үткәрмәй торған ҡалын быяланан яһалған.
Батискафҡа ике кеше – тикшереүсе һәм дозиметрсы инеп ултыра һәм уны кран күтәреп, емереклектәр янына күтәреп илтә. Тышта сәғәтенә 150 рентгенға тиклем етһә, эстә иһә радиация сәғәтенә 0.2 рентген булған. Тикшереүселәр рация менән аша ҡайҙа күсергә тигән приказдар биргән.

Бейек баһадирҙар - крандар (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға