18.04.2016 Ҡарышлауыҡлы техника иңенә төшкән ауыр һынау (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә тәгәрмәстәр урынына ҡарышлауыҡтар – гусеницалар ҡуйылған техника ла ҡатнашҡан. Улар бик ауыр һәм хәүефле урындарҙа эшләгән.
ИМР – Инженер юл һалыу машинаһы
Т-72А танкы базаһында эшләнгән был машинаның юлһыҙ ерҙән йөрөй алыуы, кран һәм бульдозер ҡоролмаһы ҡуйылыуы, радиацияға ҡаршы фильтрҙары булыуы ЧАЭС өсөн бик ҡулайлы була. Ни өсөн тигәндә 4-се блок янында бик көслө радиация нурланышы ябай техниканы ҡулланырға ирек бирмәй. Сәғәтенә 60-тан 500-гә тиклем рентген доза эләктергән кешеләр бер нисә минутта сафтан сыҡҡан, нур ауырыуына һәм үлемгә дусар булған. Ә бына ИМР күренмәгән үлемдән ышыҡланырға һәм эшләргә ирек биргән.
ИМР-ҙарҙы 1986 йылдың май айы баштарында килтергәндәр. Уның менән реактор янындағы радиацияны тикшергәндәр. Машина менән ике кеше идара итә – механик-водитель һәм оператор. Был техника менән тәүҙә 4-се блоктың ҡалдыҡтарын таҙартыу башҡарылған. Бульдозер отвалы менән графит, ядро яғыулығын эткәндәр, ҡырсынташ түшәгәндәр грейферлы кран менән бетон киҫәктәрен, торбаларҙы күсергәндәр. Һөҙөмтәлә урыны менән сәғәтенә 1000 рентгенға барып еткән нурланыш ныҡ ҡына кәмегән.
ИМР-ҙың алдындағы отвалды кабинанан сыҡмай ғына ике яҡҡа ауышлы отвал, бульдозер көрәге һәм грейдер итергә мөмкин. Уның менән блок янындағы һәм станция биләмәһендәге зарарланған тупраҡты ҡырып алғандар.
4-се блок өҫтөн ҡаплаған саркофагты - «Укрытие» объектын төҙөгәндә ИМР менән төп пионер стенаһы нигеҙенә юғары радиоактивлы контейнерҙар эткәндәр. Аҙаҡ ул урын бетон иҙелмәһе менән ҡатырылған. Ошо уҡ эштәрҙе «Подлесный» могильнигында башҡарғандар.
ИМР-ҙар менән радиация арҡаһында ҡыуарған урманды - «Рыжий лес»ты ҡырҡҡандан һуң ағастарҙы эткәндәр. Уның менән шулай уҡ ауылдарҙағы биналарҙы, йорттарҙы емергәндәр.
Был бронялы машина үҙенә радиацияны ныҡ туплаған. Ҡарышлауыҡтар араһына тығылған ядро яғыулығы, графитты таҙартып алыуы бик ҡыйынға тура килгәс, 4-се блок янында эшләгән ИМР-ҙарҙы стена буйына ҡуйып, бетон менән тултырғандар.
Әйткәндәй ошондай машина быйыл март айында Хәйбулла районындағы буран эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә ҡатнашты.
ВТС «Ладога»
ВТС (Высокозащищённое Транспортное Средство) “Ладога” махсус машинаһы шартлаған блок янында разведка үткәреү өсөн ҡулланылған. Ул бик уникаль техника булып торған – эскә радиацияны бөтөнләй үткәрмәгән. «Ладога»ны 3 майҙа Ленинградтан махсус самолет менән килтергәндәр.
ПТС-2 йөҙөүсе урта дәүмәлле транспортер
Йылға-күлдәр аша техника һәм һалдаттарҙы күсерергә һәләтле был йөҙөүсе техника үҙенә күрә йөк машинаһы итеп файҙаланылған. Уның кузовына ИМР менән ябай контейнерҙарға тейәлгән радиоактив сүп-сарҙы ултыртҡандар һәм могильникка алып барғандар. Аҙаҡ унда икенсе ИМР контейнерҙарҙы бушатҡан. ПТС кабинаһын ҡурғаш менән ҡаплағандар һәм ФВУ фильтр-елләтеү ҡоролмаһы ҡуйғандар. Был транспортерҙар бик ныҡ зарарланған һәм беҙҙең көнгәсә килеп еткәндәр – мародерҙар теймәгән.
БТС-4
Был техника ла ВТС “Ладога” кеүек ЧАЭС тирәләй радиация кимәлдәрен разведкалау өсөн ҡулланылған.
Радио менән идара ителгән ҡарышлауыҡлы бульдозерҙар
Шартлаған блокты ҡаплар өсөн саркофаг төҙөгәндә кешеләрҙе һаҡлар өсөн радио ярҙамында идара ителгән техника ла ҡулланылған. Komatsu D-355W япон бульдозеры шулай итеп алыҫтан командаларҙы “аңлаған”. Әле бындай бульдозерҙың ҡалдыҡтары “Юпитер” заводы биләмәһендә ултыра.
Силәбе ҡалаһының ЧТЗ бульдозерҙары ла радио идараһында булған.