«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йырлы, моңло тәбиғәт"



14.04.2016 "Йырлы, моңло тәбиғәт"

"Йырлы, моңло тәбиғәт"Бөрйән районында "Йырлы, моңло тәбиғәт" конкурсы фестиваль кимәленә күтәрелеп, үҙенең ахырына - Гала-концертҡа ла килеп етте.

9 апрель кисендә Ғәҙелгәрәй ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһенә үҙ ауылдарында беренсе урындарҙы яулаған командалар сығып баҫты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был байрамда, үҙҙәрендә округтар ярышы үткәрелеү сәбәпле, Байғаҙы ауылы командаһы ҡатнаша алманы.

Кисә конкурсанттарҙың хор менән башҡарылған дәртле йыры менән башланды. Артабан инде һәр команда үҙе менән яҡындан таныштырҙы. Визитканан һуң, командалар араһында күңелле ярыштар үткәрелде. Тамашаның иң күңелле, иң дәртле өлөшө командаларҙың концерт номерҙары булғандыр.
Командалар ярыштарға әҙерләнгән арала, тамашасыларға Нәзифә Билалова, Азамат Нәҙершин үҙҙәренең дәртле йырҙарын, Ғәҙелгәрәй ауылы мәҙәниәт йорто коллективы "Күбәләктәр" бейеүен бүләк иттеләр.
Ҡурсаулыҡтың экологик белем биреү бүлеге хеҙмәткәрҙәре үткәргән "Йырлы, моңло тәбиғәт" фестивале тамам. Был фестиваль барышында командалар йырлап-бейеп кенә ҡалманылар, тәбиғәттең кеше тормошонда ҙур роль уйнағанын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланылар."Йырлы, моңло тәбиғәт"
"Йырлы, моңло тәбиғәт"
"Йырлы, моңло тәбиғәт"
"Йырлы, моңло тәбиғәт"
"Йырлы, моңло тәбиғәт"
"Йырлы, моңло тәбиғәт"
"Йырлы, моңло тәбиғәт"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға