«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡалала радиация бик көслө. Кешеләрҙе ситкә күсерергә кәрәк... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)



12.04.2016 Ҡалала радиация бик көслө. Кешеләрҙе ситкә күсерергә кәрәк... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Ҡалала радиация бик көслө. Кешеләрҙе ситкә күсерергә кәрәк... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)1986 йылда Украинала апрель айы бик йылы килеүе мәғлүм. Һауа торошо 26 апрелдә лә эҫе тора. Шәмбе көн, Припять халҡы ял итә. Күптәр атом станцияһынан күккә күгелйем төтөн күтәрелеүенә иғтибар итә. Шаһиттар белдереүенсә, был көндө саманан тыш эҫе торған һәм ҡайһы берәүҙәр йорт ҡыйыҡтарына менеп ҡояшҡа ҡыҙынған.
Тик ҡала кешеләре үҙҙәренең һаулыҡтарына ныҡ зыян килеүен бер ҙә аңламаған. Реакторҙан осҡан радиоактив матдәләрҙең ваҡ ҡына өлөштәре – радионуклидтар һәм гамма-нурланыш үҙенең ҡара эшен башҡарырға өлгөргән. Граждандар оборонаһы хеҙмәтенән киҫәтеү ҙә булмай, йодлы препараттар ҙа таратылмай. Атом объекттарында авария-һәләкәт мәлендә кисектермәҫтән 1-2 тамсы йодты һыуға бутап эсергә кәрәк. Юғиһә кешенең муйынындағы ҡалҡан биҙенә радиоактив йод өлөшсәләре – изотоптары ултыра һәм күп тә үтмәй яман шеш барлыҡҡа килтерә. Ә һыуға бутап эскән ябай йод биҙгә үҙе ултыра һәм радиоактив булғанын үткәрмәй.
Был көндө Припятта тиҫтәгә яҡын туй үтә, ресторан-кафелар эшләй, балалар урамда уйнай. Төшкә ҡарай ҡала урамдарын йыуа башлайҙар. Бар ерҙә хәрбиләр дозиметрҙар менән разведка үткәрә.
Кискә ҡарай Припятта радиация кимәле ҡапыл арта һәм айырым урындарҙа сәғәтенә йөҙләгән микрорентгенға барып етә. Ҡала халҡын ситкә күсерергә ҡарар ҡабул ителә.

Автобустар ҡулайлыраҡ була
Эвакуациялау өсөн Чернигов-Янов-Овруч йүнәлешендәге тимер юлды, Припять йылғаһынан теплоходтарҙы ҡулланырға ла тәҡдим була. Ләкин ҡала халҡы әллә ни күп булыуын иҫәпкә алып, автомобиль транспортына өҫтөнлөк бирәләр. Эске эштәр органдарына кешеләрҙе йорт подъездарынан уҡ автобустарға ултыртыуға бойороҡ бирелә
27 апрелгә ҡараған төндә участка инспекторҙары милицияның ҡала бүлеге паспорт өҫтәле хеҙмәткәрҙәре менән йорттарҙы урап сыға. Һәр подъезд тикшерелә, кеше һаны карточкаларға теркәлә. Һөҙөмтәлә 160 йортта 540 подъезд һәм 47 мең кеше булыуы (улар араһында 17 мең бала һәм 80 кеше түшәктә ятып ауырый) асыҡлана. Бөтә ҡала алты секторға бүленә, уларға хоҡуҡ һаҡлаусылар ебәрелә. Һәр подъезда бер-ике милиционер тәртип һаҡлай.
Ошо уҡ төндә ҡаланан ситтәрәк юлдарҙа һәм Чернобыль ҡасабаһы янында Киевтан һәм башҡа урындарҙан 1200-нән ашыу автобус килтерелә. Нимәһе ҡыҙыҡ – баштары эшләгән начальниктар үҙәҙренең предприятиеларынан иҫкерәк ЛиАЗ, ПАЗ, ЛАЗ автобустын ебәрә. Ә бына “Икарус”, “Чавдар”ҙарҙы бирмәйҙәр.
100 автобус резервҡа ҡуйыла, 200 көплө кузовлы йөк автомашиналары әҙер тора, Янов тимер юл станцияһында 1500 урынға ике дизель-поезд килтерелә.

Мәңгелеккә һау бул, Припять...
27 апрель.
12.20 - Милицияның ҡала бүлегендә эвакуация секторҙары начальниктарына инструктаж үткәрелә.
13.00 - Приказ башҡа милиционерҙарға ла еткерелә.
13.10 - Радио аша Припять ҡалаһы башҡарма комитетының эвакуациялау тураһында хәбәре яңғырай. Милиция һәм власть органдары әҙерләгән план шунда уҡ тормошҡа ашырыла башлай. Инспекторҙар фатирҙарҙы йөрөп сыға, ҡағиҙәләр аңлата. Улар ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе ябырға, балкондарҙы бикләргә, электр приборҙарын, һыуҙы, газды һүндерергә, үҙҙәре менән документтар, ҡиммәтле әйберҙәрҙе алырға ҡуша. Янов станцияһында йәшәүселәр ҙә иҫкәртелә.
13.50 – Кешеләр подъезд төптәренә йыйыла.
14.00 – Халыҡ автобустарға ултыра. ГАИ машиналары оҙатыуында транспорт ҡуҙғала һәм Киев өлкәһенең Иванков, Вышгород һәм башҡа райондарындағы ПуСО – санитар эшкәртеү пункттарына йүнәлә. Кешеләр ауылдарҙа, санаторийҙарға, лагерҙарға йәшәргә урынлаштырыла.
16.30 – Припять ҡалаһы халҡы тулыһынса ситкә күсерелә.
Бар халыҡ автобустар менән оҙатыла. Поезд, теплдоходтарҙа сығарылыусылар ҙа була. Припять аша хәрбиҙәр понтон күпере һалалар – ҡайһы бер автобустар шуның аша сыға.
18.20 – Хоҡуҡ һаҡлаусылар йорттарҙы тикшерә, ни сәбәп менән йәшенеп ҡалыусыларҙы асыҡлай. Бер нисә фатирҙа фалиж һуҡҡан ҡарттарҙы табып алалар – балалары ташлап киткән була.
Припятта коммуналь хеҙмәтттәр, хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡала. Улар ҡала хужалығын консервациялай, ситкә күсереүгә әҙерләй. Уларҙан тыш “Полесье” ҡунаҡханаһында (готель “Полiсся”) Дәүләт комиссияһы ағзалары урынлаша. Улар иртәгеһен Чернобылгә күсенә.

Бер нисә көндән Припять һәм станция янындағы ауылдарҙан кешеләр күсерелә. Май байрамдарынан һуң Чернобыль халҡы ла эвакуациялана. 1986 йыл дауамында 188 кеше торған ерҙән (Припять менән бергә) 116 мең кеше ситкә күсә. 30 саҡрымлы ЧЗО зонаһынан 60 меңдән ашыу баш малды ситкә алып китәләр.

Атомдан ҡасыу кешеләрҙең, айырыуса ололарҙың хәтерендәге 1941 йыл – Бөйөк Ватан һуғышының башындағы фашистарҙан ҡасыу менән бәрәбәр була. Тик радиация фашистарҙан айырмалы рәүештә күҙгә күренмәй һәм бик мәкерле.
Тәүге көндәрҙә халыҡ араһында бик ныҡ буталыш була. Ата-әсә балаһын таба алмай, туғандар аҙаша. Кейемһеҙ, бер нимәһеҙ ҡалған кешеләргә тиҙ арала бар кәрәк-яраҡ тапшырыла, документтар яһала. Өйҙәшлеккә таратылған хужаларҙың да төрлөһө осрай. Ҡыҫҡаһын әйткәндә, 1986 йылдың йәйе Полесье халҡы өсөн бик ҡыҙыу һәм аяныслы үтә...

Ҡалала радиация бик көслө. Кешеләрҙе ситкә күсерергә кәрәк... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Ҡалала радиация бик көслө. Кешеләрҙе ситкә күсерергә кәрәк... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға